Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ямғырҙан зыян күргән муниципалитет башлыҡтарына тиҙ арала юлдарҙың боҙолған участкаларын тергеҙә башларға ҡушты. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова һыу баҫыу сәбәпле муниципаль милек объекттарының – 22 күперҙең һәм 12 һыу үткәреү торбаһының – өлөшләтә емерелеүе хаҡында хәбәр итте. Был Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Йәрмәкәй һәм Учалы райондары. Быйыл ошо объекттарҙы тергеҙеү өсөн территориаль заказда өҫтәмә 82 миллион һум ҡаралған. Бынан тыш, ошо исемлектәге алты объект реконструкциялауҙы һәм капиталь ремонтты талап итә. Уларҙы 2025 йылға тулыһынса тергеҙеү күҙаллана. – Беҙ “Транспорт сәғәте”ндә быларҙың барыһын да тикшерҙек. Шуныһы мөһим: ниндәй дәрәжәләге зыянды бөтөрөргә кәрәклеген аңлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Урындағы юлдарҙы төҙөк хәлдә тотоу сиктәрендә уларға ағымдағы ремонт үткәрәсәкбеҙ, ә зыян күргән объекттарға аҡса бүлдек. Финан
Зыян күргән юл участкаларында ремонт оҙаҡламай башлана
19 августа 202419 авг 2024
1 мин