Найти тему
Башҡортостан гәзите

Геройҙың ҡыҙы атаһының наградаһын алды

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе ҡыҙыҡлы тарихи ваҡиғанан башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҡташыбыҙ, партизан Николай Киселев тураһында һөйләне. Йыш ҡына "урыҫ Шиндлеры" тип йөрөтөлгән Николай Яковлевич Киселёв 1913 йылда Башҡортостандың әлеге Благовещен районы Богородский ауылында тыуған. 1941 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. Әсирлеккә эләгә, унан ҡаса һәм партизан отрядына ҡушыла. Николай Киселев 1942 йылда Минск өлкәһендә Белоруссияла фронт линияһы аша Долгинов геттоһынан 218 йәһүдте алып сыға һәм ғүмерен ҡотҡара. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Николай Киселевты Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим итәләр. Ләкин документтар менән самолет ут аҫтына эләккән һәм бәреп төшөрөлгән. 1948 йылда Николай Яковлевичты I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләйҙәр. Ғүмеренең аҙағына тиклем Николай Киселев СССР-ҙың Тышҡы сауҙа министрлығында эшләй. 1974 йылда вафат була, Мәскәүҙә Востряков зыяратында ерләнә. 2005 йылда Израилдең холокост тарихын өйрәнеү буйынса халыҡ-ара институты Николай Киселевҡа “Донъя халыҡтары тәҡүәлеге” исемен бирҙе. Уның исеме Тәҡүә кешеләр баҡсаһының хөрмәт стенаһына индерелгән. Һәм кәңәшмәгә Киселевтың ҡыҙы – Татьяна Николаевна саҡырылды. Радий Хәбиров уға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. “Хөрмәтле Татьяна Николаевна, һеҙгә һәм ғаиләгеҙгә атайығыҙға үлгәндән һуң генерал Шайморатов орденын тапшырыу минең өсөн оло хөрмәт. Ошондай һоҡланғыс кеше – яҡташыбыҙ хаҡында хәтер һаҡлаһын “, – тине Радий Хәбиров. Николай Киселевтың ҡыҙы республика етәкселегенә республикаға килеү мөмкинлеге биргән өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостан үҙенең геройҙарын онотмай тип билдәләне: “Һеҙгә иғтибарлы булғанығыҙ өсөн рәхмәт. Ғаиләбеҙҙә атайыбыҙҙың үҙ хәрби бурысын намыҫлы үтәүе һәм иң яҡшы кешелек сифаттарын күрһәтеүе менән ғорурланабыҙ”, – тине ул. Радий Хәбиров ҡыҙының Николай Киселевҡа Рәсәй Геройы исемен биреү буйынса үтенесен ил Президенты Владимир Путинға еткерәсәк, тине. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.