Республикала эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко булды. Ул Башҡортостанда һайлауҙы ойоштороусылар менән аралашты һәм журналистарҙың бер нисә һорауына ла яуап бирҙе. – Евгений Александрович, республиканың һайлауҙарға әҙерлеген нисек баһалайһығыҙ? – Әлеге ваҡытта билдәләнгән нормаларға тап килергә тейешле тауыш биреү биналарын әҙерләү буйынса эш тамамлана. Шулай уҡ комиссиялар һайлауҙы ойоштороусыларҙы уҡытыу, һайлаусыларға һайлау кампаниялары, унда ҡатнашҡан кандидаттар һәм партиялар тураһында мәғлүмәт биреү буйынса саралар үткәрә. Киң мәғлүмәт сараларында агитация осоро башлана, һайлау бюллетендәрен баҫтырыу тамамлана. Дөйөм алғанда, һайлау комиссиялары тауыш биреүгә әҙерлек буйынса финиш һыҙығына сыға. Башҡортостандың һайлау системаһы һайлауҙарға әҙер. – Республика Башлығын һайлауҙа тауыш биреү тәүге тапҡыр өс көн дауамында – 6, 7 һәм 8 сентябрҙә уҙғарыла. Был нимә менән бәйле? – Күп көнлөк тауыш биреү 2020 йылда коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүҙең бер ысулы булараҡ барлыҡҡа килгәйне. Хәтерегеҙгә төшөрәм, ул саҡта ете көн тауыш бирҙек. Әйтергә кәрәк, был алым һайлау комиссиялары ағзаларына ла, иң мөһиме, һайлаусыларға ла уңайлы булып сыҡты, сөнки планлаштырыу мөмкинлеге бар. Йома көнө тауыш биреп, ял көндәрендә баҡсаға йәки үҙеңдең ниндәй ҙә булһа эшең буйынса китә алаһың. Киреһенсә, йома көндө баҡсаға сығып, йәкшәмбелә ҡайтып, тауыш бирергә мөмкин. Ҡыҫҡаһы, ҡайһы көн уңайлы - шул көндө һайлайһың. – “Мобиль һайлаусы” программаһы сиктәрендә эште ойоштороу мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Ни өсөн был программаға шундай әһәмиәт бирелә? – Заманса һайлаусы – ул мобиль һайлаусы. Граждандарыбыҙҙың байтаҡ өлөшө әүҙем тормош алып бара – сәйәхәт, ял, командировка, уҡыу. Бындай кешеләрҙең әүҙем һайлау хоҡуғын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү бик мөһим. Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа республиканың 105 меңдән ашыу кешеһе “Мобиль һайлаусы”ны файҙаланып ғариза биргән һәм теркәлгән урыны буйынса түгел, ә республиканың башҡа тораҡ пунктында йәки федерацияның башҡа субъектында тауыш биргән. Шуға күрә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа ла, 54-се Өфө бер мандатлы округы буйынса БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙа ла һайлаусылар бындай мөмкинлектән файҙалана ала. Шуны ғына иҫтә тотоу мөһим: республика Башлығын һайлауҙа “Мобиль һайлаусы” республика биләмәһендә генә эшләй. – Республикала йәшәгәндәрҙең күбеһе Мәскәүгә эшкә, уҡыуға йөрөй, баш ҡалала йәшәгән туғандары менән осраша. Улар ҙа Башлыҡты һайлауҙа тауыш бирә аласаҡмы? – Бында бер аҙ икенсе тарих. Һеҙ әйткән факторҙарҙы иҫәпкә алып, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Мәскәүҙә 3550-се экстерриториаль һайлау участкаһын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Ул Мәскәү ҡалаһы, Доброслободская урамы, 6-сы йорт, 2-се ҡаралты адресы буйынса Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге бинаһында урынлашҡан. Был участкала Башҡортостан биләмәһендә теркәлгән, әммә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында 6, 7 һәм 8 сентябрҙәге тауыш биреү көндәрендә Мәскәү ҡалаһында булған һайлаусылар тауыш бирә ала. Экстерриториаль участкала тауыш биреү өсөн йә “Мобиль һайлаусы” механизмы аша ғариза бирергә, йә иһә һайлау участкаһында тауыш биреү тамамланғандан һуңға ҡалмайынса Мәскәүҙәге һайлау комиссияһына ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. – Һайлаусыларҙың икенсе категорияһы – аҙ хәрәкәтсән граждандар: инвалидтар, оло йәштәге кешеләр, йәш әсәйҙәр, уларға хатта өс көн дауамында – һаулыҡ торошо буйынса, ауыр сирле туғанын, бәләкәй баланы ҡарау менән мәшғүл булыу сәбәпле һайлау участкаһына барыу ауыр. Улар һайлау хоҡуҡтарын нисек тормошҡа ашыра ала? – Бындай һайлаусыларға өйҙә тауыш биреү мөмкинлегенән файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн үҙенең участка комиссияһына тауыш биреү көнөнә тиклем 10 көн алдан һәм 8 сентябрҙә урындағы ваҡыт буйынса 14 сәғәттән дә һуңға ҡалмайынса тейешле ғариза бирергә кәрәк. Ғаризаны танышың аша, телефон аша, телдән йәки яҙма рәүештә, өйҙә тауыш биреү теләге тураһында үҙең бирергә мөмкин. 6, 7 йәки 8 сентябрҙә һайлау комиссияһы ағзалары, һайлаусы участкала тауыш бирмәгәненә инанғас, уға күсмә йәшник менән килә. Шул уҡ ваҡытта һайлау участкаһында ла, өйҙә тауыш биреүҙә лә партияларҙан күҙәтеүселәре, кандидаттар, йәмәғәт күҙәтеүселәре ҡатнаша ала. – Быйыл март айында ил Президентын һайлауҙа күп кенә һайлаусылар һайлау тураһында “ИнформУИК” проекты ярҙамында участка һайлау комиссиялары ағзаларынан белде. Башлыҡ һайлауҙа шундай уҡ сара ҡаралғанмы? – Ысынлап та, “ИнформУИК” тип аталған проект быйыл март айында Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡулланылды һәм үҙенең юғары һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа ла һайлау комиссияһы ағзалары 19–28 августа үтәсәк һайлау тураһында мәғлүмәтте таратыу өсөн өй һайын йөрөйәсәк. Улар тауыш биреү датаһы, ваҡыты һәм урыны, теркәлгән кандидаттар, тауыш биреү ысулдары тураһында һөйләйәсәк, өйҙә һәм “Мобиль һайлаусы” сиктәрендә тауыш биреү тураһында ғаризаның ниндәй осраҡтарҙа һәм нисек бирелеүен аңлатасаҡ. Һайлау комиссияһы ағзалары һайлаусы үтенесе буйынса участка һайлау комиссияһы ағзаһы таныҡлығын күрһәтергә тейеш. – Евгений Александрович, һеҙ Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы булараҡ, һайлау менән бәйле төрлө фараздарҙы күҙәтәһегеҙ, шул иҫәптән республикабыҙ биләмәһендә лә. Төбәк Башлығын һайлауҙа һайлаусыларҙың ҡатнашыуы тураһында һеҙҙең фараз ниндәй? – Һайлаусыларҙың килеүе күп сәбәптәргә бәйле. Мәҫәлән, граждандарҙың һайлау, тауыш биреү урыны һәм ысулдары тураһында мәғлүмәтлелеге мөһим роль уйнай. Һайлау комиссиялары, төрлө каналдарҙы, шул иҫәптән медиа каналдарын ҡулланып, граждандарға һайлауҙар тураһында мәғлүмәт, граждандарҙы аңлы рәүештә һайлау өсөн кәрәкле башҡа мәғлүмәт еткерә. Кандидаттарҙың һәм партияларҙың әүҙемлеге, уларҙың агитация кампанияһының йөкмәткеһе ҙур роль уйнай. Республика Башлығын һайлауҙа ҡатнашыуға килгәндә, социологик һорау алыуҙарға ярашлы, республика һайлаусыларының 68–75 проценты сентябрҙәге һайлауҙа ҡатнашырға ниәтләй. Фото: Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы.
6, 7 һәм 8 сентябрҙә уҙасаҡ һайлауҙа Мәскәү ҡалаһында булған һайлаусылар ҙа тауыш бирә ала
19 августа 202419 авг 2024
2
5 мин