“Газпром газораспределение Уфа”, газ үткәреү программаһына ярашлы, быйылғы тәүге ете айҙа ете меңдән ашыу йортто зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырҙы. Был үткән йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда ике меңгә күберәк. “Газ үткәреү программаһын тормошҡа ашырыу – республика халҡы өсөн уңайлы тормош шарттары тыуҙырыуҙа мөһим аҙым. Был бурыс беҙҙең компания өсөн өҫтөнлөклө булып тора. Халыҡтан ғаризалар күп килә, тимәк, был башланғыс әле лә көнүҙәк. Шуныһын да хәтерегеҙгә төшөрәһем килә – газ үткәреү программаһы ваҡыт яғынан сикләнмәгән”, – ти “Газпром газораспределение Уфа” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идарасы ойошмаһы булған “Газпром межрегионгаз Уфа” яуаплылығы сикләнгән ширҡәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов. Был программаға ярашлы, йортто газға тоташтырыу түбәндәге шарттарҙа тормошҡа ашырыла: йорт газ үткәрелгән һәм урамдан газ селтәре һуҙылған ауылда булырға тейеш, йорт һәм ихатаға милек хоҡуғының теркәлеүе мотлаҡ, газ коммерцияға ҡарамаған маҡсатта файҙаланһын. Автор фотоһы.