Мәләүез дауаханаһы табип-оториноларингологы Альфрет Йосопов Луганск Халыҡ Республикаһы халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн сәфәргә барған Башҡортостан белгестәренең 20-се сменаһына етәкселек итте. Ул Красный Лучҡа һигеҙенсе тапҡыр барҙы. Бригада етәксеһе булараҡ, медицина ярҙамы күрһәтеү процесын күҙәткән, белгестәр эшен көйләгән, шулай уҡ пациенттарҙы ҡабул иткән. “Урында йәшәгән кешеләр сәләмәтлеге менән бәйле төрлө мәсьәләләр менән мөржәғәт итте. Беҙ уларға медицина ярҙамын күрһәттек. Шәхсән үҙем Луганск Халыҡ Республикаһында йәмғеһе 11 ай булдым”, – тип һөйләй табип. Альфрет Йосопов бәләкәй саҡтан медицина өлкәһе, кешеләрҙе дауалау менән ҡыҙыҡһынған. ”Вузды тамамлағас, күңелемә ятҡан оториноларинголог белгеслеген һайланым. Медицина эшмәкәрлеген ашығыс медицина ярҙамының реанимация бригадаһында санитар булып башланым. Ошо ваҡытта күпте күрергә, тәжрибә тупларға тура килде", - ти белгес. Әйткәндәй, былтыр декабрҙә Башҡортостандан 40-тан ашыу медицина хеҙмәткәрен Лука Крымский миҙалы менән наградланылар. Был хаҡтағы Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Бындай юғары наградаға медицина хеҙмәткәрҙәре Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһенә барып эшләгән бригада составында атҡарған эше өсөн наградланды. Улар Красный Луч халҡына ауыр шарттарҙа ярҙам күрһәтте. Наградаға лайыҡ булған медицина хеҙмәткәрҙәре араһында Мәләүез үҙәк район дауаханаһынан өс табип – Миңлегөл Закирйән ҡыҙы Ишбулатова, Ринат Наил улы Ҡаҙаҡҡолов һәм Альфрет Мәҙхәт улы Йосопов - бар ине. Лука Крымский миҙалы Владимир Путин тарафынан 2020 йылда һаулыҡ һаҡлауҙа һөнәри бурыстарҙы атҡарғанда ҡаҙаныштар, фиҙакәрлек, оҫталыҡ өсөн тапшырыла. Фото Альфрет Йосоповтың шәхси архивынан.