Ял йорто биләмәһенә аяҡ баҫҡас та, ысынлап та, үҙеңде ниндәйҙер илаһи донъяға килеп ингәндәй хис итәһең! Бер-бер артлы теҙелгән төп-төҙ ҡарағайҙар һаҡсылар кеүек заманса төҙөлгән корпустар янынан урын алған, уларҙың япраҡтары иҫкән елгә бер аҙ һелкенеп, шыбырлап ҡына тигәндәй ял итергә килеүселәрҙе сәләмләп торғандай. Төп корпусты асып инеү менән һәр кемде йылмайып, яҡты йөҙ менән ҡаршылаған ҡыҙҙар, “һә” тигәнсә һине урынлаштырып, кәрәкле бүлмәгә оҙатып та ҡуя. Бар уңайлыҡтары булған бер, ике урынлыҡ һәм люкс-бүлмәләр бар. Уларҙың һәр береһендә һыуытҡыс, телевизор, йыуыныу бүлмәһе, душ, сәйнүк, һауыт-һаба урын алған. Рәхәтләнеп ял да ит, дауаланып та өлгөр! Теләһәң, массаж эшләт йә төрлө ванна ҡабул ит! Күптәр ял йортона сәләмәтлеген нығытырға, күңелен дауаларға, сирҙәренән бер аҙға булһа ла арынырға килә. Был йәһәттән “Березки” ял йортонда заманса шарттар һәм уңайлыҡтар булдырылған. Дауалау корпусында һине табип та ҡабул итә, ошонда уҡ барлыҡ процедураларҙы ла алырға мөмкин. Ванналарҙың ниндәйе генә юҡ! Теләһәң, ылыҫлы, диңгеҙ тоҙо, скипидар, ҡоро углекислоталы ванналар ҡабул итергә мөмкин, бик тә булмаһа, йәнеңә һәм тәнеңә сихәт бирерлек массаж яһат. Ә инде “Березки” ял йортоноң һәм “Яҡтыкүл”шифаханаһының тылсымлы батҡағы күптән инде төп брендына әйләнгән тиергә лә була. Ял йорто “Яҡтыкүл” шифаханаһына бик яҡын урынлашҡан. Ял итеүселәрҙе шифаханаға автобус менән радон ваннаһы һәм батҡаҡ менән дауалау өсөн алып йөрөй. Күптәр бында тап ошо шифалы батҡаҡ өсөн генә килә тиһәк тә, дөрөҫ булыр. Ял йортонда уны ауыртҡан урынға компресс булараҡ һалалар. “Яҡтыкүл” шифаханаһынан килтерелгән батҡаҡ ошонда уҡ йылытыла һәм файҙаланыла. Физиотерапия ҡорамалдарының ниндәйе генә юҡ: барыһы ла бөгөнгө талаптарға яуап бирерлек! Амплипульстерапия, озонотерапия, электрофорез, дарсонвализация (сәстәрҙе электр тарағы менән тарау), төрлө аппарат ярҙамында ауыртҡан ереңде йылытыу йәиһә ҡыҙҙырып алыу ҙа файҙаһын бирмәй ҡалмай. Һуңғы ваҡытта дауаланыусыларға ҡандың сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән озон терапияһы һәм эске лазер ҡан нурланышы (ВЛОК) тигән процедуралар тәҡдим ителә. Бигерәк тә аллергиянан интегеүселәргә бик файҙалы, ти табиптар. Озон терапияһы – медицина озоны ярҙамында төрлө патологияны дауалауҙың юғары һөҙөмтәле медикаментоз булмаған заманса дауалау-иҫкәртеү алымы. – Озон терапияһы менән дауаланырға теләүселәр күп, тик был процедураны алыр өсөн яҙын-көҙөн махсус рәүештә киләләр. Организм тулыһынса кислород менән байытыла, ҡан тамырҙары киңәйә, вирус һәм бактериялар кәмей, һаулыҡ өсөн бик файҙалы, – ти уны эшләүсе Фирҙәүес Аҡбулатова. Әйткәндәй, юллама хаҡына йәшәү, ашау һәм дауаланыуҙың ҡайһы бер төрҙәре инә, башҡа осраҡта һәр кем үҙенә кәрәкле дауалау процедураларын өҫтәмә хаҡҡа түләп, файҙалана ала. Шулай уҡ Әбйәлил районында һәм күрше Магнитогорск ҡалаһында йәшәүселәр, тәғәйен процедуралар алыу өсөн үҙҙәре шәхсән килеп, түләүле дауалау алымдарынан файҙалана ала. Рәхәтләнеп ванна алалар “Диңгеҙҙәге кеүек...” ти ял итеүселәр, бассейндан сыҡҡас. Ял йортондағы бассейнға күптәр шундай баһа бирә. Ысынлап та, таҙа, киң һәм тәрән бассейнда дауаланыусылар сәғәттәр буйы рәхәтләнеп йөҙә, сәләмәтлектәрен нығыта. Ошонда уҡ “кедр мискәһе”, инфра-ҡыҙыл сауна, сауна, тоҙ шахтаһы бар. Теләгәндәр, бер юлы ванна алып, саунала булып та өлгөрә. Аҙаҡ улар рәхәтләнеп ял итеп, фитотерапия бүлмәһенә йүнәлә. Бында уларға тыуған еребеҙҙә үҫкән хуш еҫле тәмле үлән сәйҙәре тәҡдим ителә. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Яҡтыкүл” шифаханаһының “Березки” ял йортонда һаулығығыҙҙы нығытып, хозур тәбиғәт ҡосағында көс, дәрт туплап ҡайтырға теләйһегеҙме? “Башҡортостан” гәзите һеҙгә был мөмкинлекте бүләк итә – Әбйәлил районының иң матур урынында урынлашҡан “Березки” ял йортона 7 көнгә иҫәпләнгән 2 кешелек юллама уйнатабыҙ. Бының өсөн:"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөнә (https://vk.com/gazetabashkortostan) яҙылырға;“Башҡортостан” гәзитенең Телеграмдағы каналына (https://t.me/bash_news102);ошо яҙмаға лайк ҡуйып, диуарығыҙға репост яһарға;Юллама 12 сентябрҙә, 21.00 сәғәттә уйнатыла. Еңеүсе махсус программа ярҙамында автоматик рәүештә билдәләнә. Фото: Автор фотолары