Найти тему
Башҡортостан гәзите

Учалыла ике яңы бизнес-проект ҡаралды

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Учалы районында сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте. Ултырышта ике бизнес-проект ҡаралды. Үҙмәшғүл Денис Хәмисов автомобилдәрҙең кузовын ремонтлау проектын тәҡдим иткән. Ул PDR технологияһы буйынса йәмшектәрҙе буяуһыҙ ремонтлау хеҙмәттәрен күрһәтергә ниәтләй. PDR технологияһы – автомобиль кузовының етешһеҙлектәрен төҙәтеүҙә сифатлы яңы алым ул. Эшмәкәрлек арзан хаҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеү юлы менән халыҡтың ҡулланыу ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән. Үҙмәшғүл Илдар Оморҙаҡов романов тоҡомло һарыҡ үрсетеү менән шөғөлләнә башлаған. Проекттың маҡсаты – сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа ит етештереү буйынса килемле предприятие булдырыу. “Минең бизнесым” үҙәге, Учалы районының Халыҡ мәшғүллеге үҙәге вәкилдәре һәм бизнес-шериф Әсхәт Әсәҙуллин тәҡдим ителгән бизнес-проекттарҙы ҡараны һәм эшҡыуарҙарға контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһында ҡатнашырға тәҡдим итте. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыуға ғәмәлдәге эшҡыуарҙар ҙа, шулай уҡ үҙ эшен асырға теләүселәрҙең барыһы ла саҡырыла. Яҙма Башҡортостандың Инвестиция порталында https://investrb.ru/ru/ сайтында (“Инвестици сәғәте. Заявка биреү”) алып барыла. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Учалы районы хакимиәте.