Найти тему
Башҡортостан гәзите

Илебеҙҙең көсө – милләт һаулығында

Кушнаренко районы Кушнаренко ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексы алдындағы майҙанда Физкультурниктар көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Сара "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проекты маҡсаттарына ярашлы үткәрелде. Был байрам көнөндә спорт менән шөғөлләнгәндәр – спортсылар, тренерҙар, ветерандар, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған кешеләр йыйылды. Йәш спортсылар парады үтте, гимнастар һәм көрәшселәр, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең күрһәтмә сығыштары булды. Спортсыларҙың, тренерҙарҙың, спорт ветерандарының ҙур төркөмөнә рәхмәт хаттары, Башҡортостан Спорт министрлығының, район хакимиәтенең Почет грамоталары тапшырылды. Байрам сиктәрендә мини-футбол буйынса “Дуҫтар иҫтәлегенә” ярыштары, көс экстримы һәм пляж волейболы буйынса ярыштар үтте. – Был байрам Кушнаренко халҡының бихисап быуынын берләштерә. Был кешеләрҙе рух көсө, ҡыйыулығы айырып тора. Беҙ районды данлаған бөтә Рәсәй, республика ярыштарында еңеүселәр, чемпиондарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уларҙың һәр береһе билдәле бер спорт төрөндә юғары маҡсаттар ҡуя һәм уларға өлгәшә. Илебеҙҙең көсө – милләт һаулығында. Илебеҙҙә спорт объекттары төҙөлә, республикала ла улар байтаҡ. Спорт кешеләрҙе берләштерә. Спорт – ғорурлыҡ предметы, – тип билдәләне Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Марат Латипов. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Кушнаренко районы хакимиәте.