Донъялағы һәр кем өсөн тыныслыҡтан да, өйҙәге тыныс мөхиттән дә, ғаилә именлегенән дә, ундағы яҡшы мөнәсәбәттәрҙән дә, балалар сәләмәтлегенән дә ҡәҙерлерәк нәмә юҡ. Ошоларҙың барыһы ла кеше бәхетен хасил итә. Һәр ата-әсә өсөн иһә илһөйәр, иғтибарлы, ихтирамлы һәм эшһөйәр бала тәрбиәләү зарур. Ә быларҙың барыһына ла ғаиләләге һәр кемдең нисек аралашыуы, тормош һикәлтәләрендә бер-береһенә терәк булыуы йоғонто яһамай ҡалмай. 18 августа республиканан ғаиләләр Өфөләге “Торатау” конгресс-холында үткәрелгән “Родные-Любимые” форумына йыйылды. Сараны балалар һәм йәштәр Бөтә Рәсәй “Беренселәр хәрәкәте” ижтимағи-дәүләт ойошмаһы, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары үткәрҙе. Форум ғаилә берҙәмлектәре үҫеше өсөн мөхит булдырыу, Рәсәйҙәге иң яҡшы ғаилә тәжрибәләрен презентациялау, ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре нигеҙендә тәрбиә институттарына система ориентирҙарын файҙаланыуға индереү өсөн ойошторолдо. Сарала 6 – 17 йәшлек балалар һәм уларҙың ата-әсә