Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ыңғай яңылыҡтан да насар табыусылар күп

Аҙна башында социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостандан билдәле бер ҡан төркөмө менән ҡатын-ҡыҙҙарҙы донорлыҡ өсөн Курск өлкәһенә ебәреүҙәре тураһында ялған хәбәр тараттылар. Етмәһә, мәғлүмәт республика Башлығы указына һылтанма менән таратылды. Ысынында иһә, бер кем дә граждандарҙы ҡан бирергә мәжбүр итергә йыйынмай. Башҡортостан Башлығы бындай указ сығармаған. Фейк авторҙары ашыҡ-бошоҡ график мөхәррирҙә документты боҙоп күрһәткән. Был ялғанды бик күп телеграм-каналдар, шул иҫәптән “Фактчекинг по-башкирски” телеграм каналы инҡар итте. Документтың ялған икәнлеген ябай күҙгә лә күрергә була. Мәҫәлән, указдың датаһы һәм номеры юҡ, ә бындай документтарҙа улар һәр ваҡыт була, “указ” рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылмаған. Һәм ошоларға өҫтәп, был документҡа "аңлатыу яҙмаһы" йәнәһе лә 11 августа республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадрановтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә урынлаштырылған. Әммә Бадранов 6 августан бирле "Бәйләнештә" селтәрендә постар яҙмаған. Курск өлкәһендә барған хәл-ваҡиғалар тирәләй бөтә Рәсәй берләште. Кемделер көсләп ярҙамлашырға мәжбүр итеүҙең мәғәнәһе юҡ – зыян күреүселәргә былай ҙа Рәсәйҙең миллионлаған гражданы ярҙам итә. Ирекмәндәр ҡан тапшыра, кәрәк-яраҡ менән бүлешә, һөжүм эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам күрһәтә. ЦИПСО-ның Курск өлкәһенә бәйле мәғлүмәт һөжүмдәре беҙҙең республикаға ла килеп етте. Уларға республиканың был өлкә халҡына ихлас ярҙам итеүе оҡшаманы. Спекуляциялар һәм провокацияларға ышанмағыҙ! Был аҙнала телеграм-каналдарҙың береһендә “Башҡортостанда – үлем осраҡтары артты” тигән баш менән хәбәр таралды. Унда, күренеүенсә, хәлгә бер яҡлы һәм объектив булмаған баһа бирелде. “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы демография тармағындағы экспертҡа мөрәжәғәт итте һәм хәлде тикшерҙе. ““2024 йылдың тәүге алты айында Рәсәйҙең бөтә федераль округтарында 2023 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда үлем кимәленең артыуы теркәлгән. Волга буйы федераль округында үлем осраҡтары 5,4 процентҡа йәки 10 077 осраҡҡа артҡан. 1000 кешегә иҫәпләгәндә үҫеш 5,3 процент тәшкил иткән. Дөйөм алғанда, ил буйынса үлем күрһәткестәренең артыуы өс субъектта теркәлгән: Ненец автономиялы округында (13,9%), Алтай Республикаһында (13,2%) һәм Кострома өлкәһендә (10,1%). Үлем кимәле буйынса Волга буйы федераль округында иң юғары күрһәткес Киров өлкәһендә – бер мең кешегә 16,4 үлем осрағы. Башҡортостан Республикаһы Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында 13-сө урынды биләй (Волга буйы федераль округында бөтәһе – 14 субъект). Әлеге ваҡытта халыҡтың йәш составы үҙгәрә, улар уның ҡартайыуына килтерә. Быларҙың барыһы ла үлем осраҡтарының артыуына һәм дөйөм үлем коэффициентының күтәрелеүенә килтереүе мөмкин”, – тип һөйләй Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғилми хеҙмәткәре Яна Скрябина. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, 2023 йылда Башҡортостан Республикаһы ғүмер оҙонлоғо буйынса Волга буйы федераль округында дүртенсе урынды алды. Был күрһәткес 73,17 йәш тәшкил иткән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, көтөлгән ғүмер оҙайлығының артыуы Ульяновск өлкәһендә теркәлгән – 0,70 йылға, шулай уҡ Башҡортостанда – 0,19 йылға. Властар граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу һәм үлем кимәлен кәметеү өсөн әүҙем аҙымдар яһай. Үлемдең артыуы – дөйөм федераль йүнәлеш, әммә Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәре фонында республика күпкә яҡшыраҡ күренә. Оппоненттарыбыҙ бөтә провокаторҙарҙың яратҡан алымын – дөйөм контекстан өҙөк мәғлүмәттәрҙе тартып алыуҙы һәм етәкселекте дискредитациялау буйынса файҙалана. Баймаҡ ваҡиғалары ҡайһы бер кешеләргә әле һаман тынлыҡ бирмәй. Ошо көндәрҙә журналист Руслан Вәлиев (МХО башланғандан һуң Германияға күсеп китте) “Аспекттар”ҙа сит ил агенты һәм экстремист, Рәсәйҙә тыйылған “Башҡорт”** йәмәғәт ойошмаһының элекке етәксеһе Руслан Ғәббәсов* менән интервью үткәрҙе. Сит ил агенты һәм хыянатсы Ғәббәсов фекеренсә, бер кем дә 17 ғинуарҙа халыҡты Баймаҡҡа Алсынов*** эше буйынса суд ултырышына килергә саҡырмаған. Кешеләр унда үҙ аллы килгән, тип раҫлай ул. Был дөрөҫмө? Шул уҡ ваҡытта каналда ҡайһы бер шәхестәрҙең социаль селтәрҙә Баймаҡҡа судта ҡатнашырға саҡырған яҙмаларының скриндары һаҡланған, унда Улар араһында – “Пруфы” яңылыҡтар порталы хужаһы Рәүеф Рәхимова. Ул суд процесы тураһында хәбәр итте, уға ҡыҙыҡһыныу уятты, аудиторияны һуңынан ҙур тәртипһеҙлеккә әйләнгән Алсыновты яҡлау акцияһына йәлеп итте. Һуңынан был мәҡәләне Рәсәй Генераль прокуратураһы блокка ҡуйҙы, һәм ул ҡурҡып мәҡәләне юйған, тип яҙа “Фактчекинг по-башкирски” каналы. Фейктар һәм мәғлүмәт һөжүмдәре өсөн идеялар тамамланғас, эшкә буштан-юҡтан уйлап табылған мәғлүмәттәр ҡушыла. Был юлы беҙҙең “коллегаларыбыҙ” Башҡортостан сода компанияһының тарихын хәтергә төшөрөргә булды. Яҙмала хәбәр ителеүенсә, Башҡортостан сода компанияһы ойошторолоу һөҙөмтәһендә республика ҡарамағындағы акцияларҙың өлөшө 38 процент тәшкил иткән, ә акцияларҙың 62 проценты Кипрҙың Modisanna Limited компанияһына һәм “Башкирская химия” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә тапшырылған. Президенттың ҡарары менән Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса республиканың төп сәнәғәт предприятиеларының береһе дәүләт милкенә ҡайтарылды. 2021 йылда Башҡортостан сода компанияһының федераль акцияларын Башҡортостан Республикаһы милкенә тапшырыу тормошҡа ашырылды, һөҙөмтәлә республика акцияларының өлөшө, ысынлап та, 38 процент тәшкил итте. Федераль милектәге акцияларҙың 11,7 проценты “Төбәк фонды” акционерҙар йәмғиәтенә президент указы буйынса ышаныс ҡағыҙы нигеҙендә идара итеүгә тапшырылған. “Рус водороды”ның ышаныслы идаралығында – Рәсәй Федерацияһы акцияларының 45,7 проценты. Билдәләп үтергә кәрәк, “БСК” акционерҙар йәмғиәте Башҡортостандың 10 эре һалым түләүсеһе иҫәбенә инә. 2023 йылда компания республиканың тупланма бюджетына һалым килемдәренең 36,5 проценты ингән. Шулай, ҡайһы бер ресурстар республика өсөн ыңғай мәғлүмәтте кире төҫтә биреү өҫтөндә эшләй. Бында бөтә алымдар эшкә ҡушыла: фейктар, ялғандар, йәки был осраҡтағы кеүек, әйтеп бөтөрмәгәнлек. Оппозиция каналдары “Башҡорт аты” фестиваленә лә бәйләнмәй ҡалманы. Байрам ваҡытында ағас таяҡтарҙа “сабып” уйнаған балаларҙы күреп ҡайһы бер телеграм-каналдар властарҙан көлөргә ашыҡты. Имеш, йылҡысылар ҡәнәғәтһеҙлек белдергәндән һуң программанан алып ташланған хобби-хорсингты барыбер үткәргәндәр. Ат башлы таяҡтарҙа сапҡан балаларҙың хобби-хорсингҡа бер ҡағылышы ла юҡ. Уны программаға бер кем дә индермәгән. Видеола урындағы балалар концерт программаһы сиктрендә сығыш яһаған. Улар үҙ-ара ярышмаған. – Балалар фестивалде асыу сиктәрендә сығыш яһаны, ул фольклор номеры. Минең бала сағымда һәр ауыл малайында тиерлек ағас-ат бар ине, бөгөн малайҙар ни бары үҙҙәренең ижади номерын күрһәтте. Бөтәһенә лә, шул иҫәптән балаларға ла бик оҡшаны, – тип һөйләне “Аҡбуҙат”тың баш мөхәррире Лариса Абдуллина. Булмаған ерҙә тырнаҡ аҫтынан сүп эҙләргә кәрәкмәй. Башҡортостанда йәшәүселәр социаль селтәрҙәрҙә билдәһеҙ кешеләрҙең янауҙары менән яҙышыу скриншоттарын баҫтыра. Анонимдар, “ғәмәлдәге лидер өсөн тауыш бирергә кәрәк”, юғиһә һеҙҙе кире ҡайтмаҫ эҙемтәләр – Фаил Алсыновтыҡы*** кеүек үк яҙмыш көтә, тип иҫкәртә. Әлбиттә, был ялған, һәм хөкүмәт бер ҡасан да бындай пиар-компания алымдарын ҡулланмаҫ ине. Фейктар илдең рәсми кешеләренең абруйын төшөрөү маҡсатында булдырылған. Хәүеф ебәргән аккаунтҡа килгәндә, ул төбәккә бәйләнмәгән. Был ЦИПСО-ның ташландыҡтары. Хәбәрҙә Алсыновтың*** фамилияһы таратылыуы бының Рәсәйгә ҡаршы кәйеф йөрөтөүен раҫлай ғына. Фейкометтар юрый халыҡты юлдан яҙҙырырға маташа. Мәҫәлән, Алсыновты*** экоәүҙемсе тиҙәр. Ысынында иһә ул экстремистик ойошманың лидеры һәм 2019 йылда ошондай эшмәкәрлектең эҙемтәләре хаҡында иҫкәртелгәйне. * - Руслан Ғәббәсов сит ил агенты тип танылды, Рәсәй финанс мониторингы тарафынан террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде. ** - “Башҡорт” ойошмаһы 2020 йылдың 22 майында Башҡортостан Республикаһы Юғары суды ҡарары менән экстремистик ойошма тип танылды һәм Рәсәй биләмәһендә уның эшмәкәрлеге тыйылды. *** - Фаил Алсынов “Росфинмониторинг”тың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде.