Өфө фән һәм технологиялар университеты – Рәсәйҙәге иң йәш уҡыу йорто, ул 2022 йылдың 1 ноябрендә бай тарихлы, етди фәнни һәм мәғрифәти потенциалға эйә ике ҡеүәтле вузды – Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереүҙән барлыҡҡа килде. Республикала иң йәше һәм иң ҙуры Хәҙер берләшкән вуздың мөмкинлектәре бер нисә тапҡырға артты, тимәк, бында уҡыу икеләтә абруйлы. Өфө университеты студенттар һаны буйынса (45 мең Рәсәй һәм 2 мең сит ил) Рәсәйҙең иң ҙур биш юғары уҡыу йорто исемлегенә инә. Ярайһы оҙайлы берләштереү процесы үткән яңы университетҡа республика етәкселеге менән бер рәттән илдең фәнни йәмәғәтселеге лә ҙур өмөттәр бағлай. “Ике юғары уҡыу йортон берләштереү Рәсәйҙә яңы ҡеүәтле һәм етди ғилми фекерҙәр үҙәге, белем биреү процесы һәм технологиялар барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итәсәк”, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Өфө университетында хәрби уҡыу үҙәге - төбәктең юғары уҡыу йорттары араһында кадровый һәм запастағы офицерҙар һәм запастағы һалдаттар әҙерләгән берҙән-бер үҙәк эшләй. Хәрби әҙерлек үткән бөтә студенттар ҙа армияла хеҙмәт иткән тип иҫәпләнә. «Юғары уҡыу йорто бакалавриат, магистратура һәм специалитет буйынса 170 йүнәлештә һәм 700-ҙән ашыу гуманитар, тәбиғи-ғилми һәм техник профилле белем биреү программалары буйынса уҡытыу алып бара - был сик түгел. Инглиз телендә белем биреү программалары бар, унда күбеһенсә сит ил студенттары уҡырға инә, ләкин Рәсәй йәштәре лә уҡый ала», - тип һөйләне Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров. Өфө университетына ябайлаштырылған тәртиптә Рәсәйҙең яңы төбәктәренән - Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан, Херсон һәм Запорожье өлкәләренән, шулай уҡ бығаса сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттарында белем алған йәштәр уҡырға инә ала. Әлеге ваҡытта Өфө фән һәм технологиялар университетында Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан егеттәр һәм ҡыҙҙар белем ала. Университет етәкселеге тарафынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына ҙур иғтибар һәм ярҙам күрһәтелә. Бында ғалимдар үҫә Физика-математика корпусындағы элекке уҡыу залы урынында Өфө университетының студенттары һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн коворкинг-үҙәк барлыҡҡа килгән. Бында интернет селтәренә тоташҡан компьютерҙар, төрлө осрашыуҙар, эшлекле кәңәшмәләр үткәреү өсөн һанлы технологиялар менән тәьмин ителгән уңайлы биләмә һәм ял итеү урындары бар. – Университетта мөһим йүнәлеште – студенттарҙың проект эшмәкәрлеген үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Беҙ уларҙың башланғыстарын ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙам итеү йәһәтенән әүҙем эшләйбеҙ, – тине проект эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы Зөлфиә Садиҡова. Артабан ошо уҡ корпустағы геофизика кафедраһына юл алдыҡ. 2021 йылда вуз ғалимдары Рәсәйҙең алдынғы нефть сервисы компанияһы ”ТНГ-Групп” йәмғиәте менән берлектә промысла геофизикаһы өлкәһендәге үҙенсәлекле башланғысты тормошҡа ашырыуға федераль финанслау алған. Өс йылға иҫәпләнгән проект өсөн 160 миллион аҡса йүнәлтелә. Кафедра мөдире – техник фәндәр докторы, профессор Рим Вәлиуллин был башланғыстың төп асылы һәм маҡсаттары менән таныштырҙы. Бында нефть скважиналарын диагностикалау буйынса уникаль аппараттың макеты эшләнгән. Артабан уны сәнәғәттә һынау үткәреп, сериялы етештереүгә сығарыу ҡарала. Проектҡа 30-ҙан ашыу кеше йәлеп ителгән, студенттар, аспиранттар һәм йәш белгестәр берлектә эшләй. 2021 йылда тағы бер яңы башланғысҡа – популяция һәм медицина генетикаһы лабораторияһына нигеҙ һалына. Ул Фәнни белем биреү үҙәге ҡатнашыусыһы булған уҡыу йорттарында йәштәргә тәғәйенләнгән лабораториялар булдырыу буйынса Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы программаһына ярашлы барлыҡҡа килгән. Лаборатория менән йәш ғалимә, биология фәндәре кандидаты Дарья Прокофьева етәкселек итә. – Беҙ яман шеш сиренә дусар булған ДНК-ларҙы өйрәнәбеҙ. Ашҡаҙан һәм түллек биҙе ДНК-лары менән эшләйбеҙ. Уларҙы өйрәнеү яман шеште дауалау һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында алып барыла, – тип аңлатты буласаҡ ғалимдар. Әҙерлек кимәле юғары Өфө фән һәм технологиялар университетының гуманитар корпусындағы “Кәрәҙҙәр” коворкингында уҡыу, әүҙем эш һәм ял биләмәләре булдырылған. Проект “Өҫтөнлөк 2030” стратегик үҫеш программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, биләмәнең биҙәлешен Тарих һәм дәүләт идараһы институты директоры Әминә Уразова һәм археология лабораторияһының әйҙәүсе инженеры Галина Ғиләжева етәкселегендә йәштәр үҙҙәре эшләгән. “Кәрәҙҙәр” – шулай уҡ университеттың студенттар берләшмәләренә тәғәйенләнгән биләмә. Студент отрядтары, йәштәр клубтары төрлө саралар үткәрә аласаҡ. Бынан тыш, был үҙәктә университет уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре менән аралашырға мөмкин буласаҡ. Улар йәштәргә төрлө проекттарҙа ҡатнашыу юлдарын өйрәтәсәк, команда табырға ярҙам итәсәк, федераль проекттарҙа ҡатнашыу буйынса консультация бирәсәк. Артабан “Нанотех” фәнни һәм технологик ҡорамалдар менән коллектив файҙаланыу үҙәгенә юлландыҡ. Бында һигеҙ алдынғы лаборатория һәм һынау бүлеге эшләй. Уларҙа материалдарҙы өйрәнеү, металдар физикаһы, төҫлө һәм ҡара металдарҙы һынау һәм башҡа тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнәләр. Мәҫәлән, аныҡ миҫал: бында теш импланттары өсөн нанотитандан ярымфабрикаттар етештереү өҫтөндә эшләйҙәр. Киләһе лабораторияла авиатренажерҙарҙа шөғөлләнгән йәштәр менән таныштыҡ. Авиация двигателдәре факультетында урынлашҡан был пилотаж тренажерҙа студенттар самолет менән идара итергә өйрәнә тип әйтергә лә мөмкин, сөнки ул тулыһынса осоусы аппараттың кабинаһының күсермәһе рәүешендә эшләнгән. Студенттар самолеттың конструкцияһын, системалар менән идара итеү үҙенсәлектәрен өйрәнә, двигателдәрҙе эшләтеү процедуралары буйынса ғәмәли әҙерлек үтә. Тренажер самолет системаларының төрлө тайпылыштарын, сафтан сығыу осраҡтарын имитациялай ала һәм йәштәрҙе дөрөҫ эш итергә әҙерләү мөмкинлеген бирә. – Студенттарыбыҙ университетта алған белемен практикала нығыта. Уларҙың әҙерлек кимәленә күп нәмә – техниканың төҙөклөгө, ә иң мөһиме кеше ғүмерҙәре бәйле, – тип һөйләп үтте авиация двигателдәре кафедраһы доценты Александр Игоревич Жук. Әйткәндәй, авиатренажер ҙур популярлыҡ менән файҙалана: лабораторияға абруйлы ҡунаҡтар һәм буласаҡ абитуриенттар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килә. Тәүге бишәү рәтендә Артабанғы танышыу нөктәһе “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженер мәктәбе булды. Өфө фән һәм технологиялар университеты – республикала алдынғы инженерҙар мәктәбен үҫтереү буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Рәсәй вуздарында бөтәһе 30 ошондай мәктәп булдырылған. Инженер мәктәбенең төп маҡсаты – уҡыу менән ысын эш араһындағы айырманы мөмкин тиклем ҡыҫҡартып, предприятиеларҙы ныҡлы әҙерлекле, ниндәйҙер кимәлдә тәжрибәгә эйә белгестәр менән тәьмин итеү. Йәғни, “Киләсәк моторҙары” – алдынғы партнер компаниялар менән тығыҙ бәйләнештәр булдырып, студенттарҙы илдең аныҡ фәнни-технологик бурыстарын хәл итеү өсөн әҙерләгән майҙансыҡ. Студенттарҙың конструктор бюроһы сиктәрендәге эш рәсми рәүештә ойошторола, уларға ярайһы уҡ яҡшы эш хаҡы түләнә. Шул рәүешле “Киләсәк моторҙары” мәктәбе студенттарға ысын инженерлыҡ эшмәкәрлегенә сумырға мөмкинлек бирә. БЕЛЕШМӘ Өфө фән һәм технологиялар университеты 2022 йылдың 1 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының ике ҙур юғары уҡыу йортон – 100 йылдан ашыу тарихы булған Башҡорт дәүләт университетын һәм 90 йыллығын билдәләгән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү юлы менән булдырылды. Был эш 2030 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһында Фән һәм инновациялар үҫеше стратегияһына ярашлы башҡарылды. Шулай уҡ яңы юғары уҡыу йортоноң үҫеш йүнәлештәре Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған “Фән һәм технологиялар ун йыллығы тураһында” Указда билдәләнгән бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Бөгөн Өфө университеты 15 факультетты, ете институтты, Бөрө, Ишембай, Күмертау, Нефтекама, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы алты филиалды берләштерә. Әлеге көндә Өфө университетында 45 меңдән ашыу Рәсәй һәм ике меңдән ашыу сит ил студенты белем ала. Студенттар һаны буйынса ул Рәсәй Федерацияһының биш иң ҙур юғары уҡыу йорто исемлегенә инә.Автор һәм "Башинформ" фотолары.