Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ләйсән Үтәшева мәрхүм әсәһен иҫкә алған

Телевидение алып барыусыһы һәм спортсы Ләйсән Үтәшева социаль селтәрҙәрҙә әсәһен – Зөлфиә Үтәшеваны иҫкә алған. Уның һүҙҙәренсә, уға ошо көндәрҙә 60 йәш тулған булыр ине. Шоу-бизнес йондоҙо әйтеүенсә, ул үҙе бала сағында табип булып уйнарға яратҡан. Бер мәл әсәйемдән:”Әсәкәйем, әгәр һул яҡта йөрәк типһә, уң яҡта нимә?“ – тип һораным. Ул: ”Күңел, ҡыҙым, күңел, һәм ул бик йыш ҡына һыҙлай” тип яуапланы. Бөгөн әсәйемә 60 йәш булыр ине... Хәтерләйем, һағынам һәм сикһеҙ яратам”, — тип яҙған Ләйсән Үтәшева ошо көндәрҙә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ләйсән Үтәшеваның әсәһе 2012 йылда 47 йәшендә генә йөрәк өйәнәгенән ҡапыл вафат була. Сығанаҡ һәм фото: “Башҡортостаным/яңылыҡтар”.