Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, мотоциклда йөрөгән 69 йәшлек ҡатын яуаплылыҡҡа тарттырылған, быға социаль селтәрҙә ҡуйылған видеояҙма сәбәпсе булған. – Әбйәлил районының Дәүләт автоинспекцияһы интернет селтәрен күҙәтеү барышында оло йәштәге ҡатындың шлемһыҙ мототранспорт менән идара итеүе тураһында видеояҙма тапты. Асыҡланыуынса, видеола быға тиклем юл хәүефһеҙлеге йәһәтенән закон боҙоуға бәйле бер ниндәй ҙә мәсьәләләре булмаған 69 йәшлек Геологоразведка ауылы кешеһе төшөрөлгән. Хеҙмәткәрҙәр ҡатын менән осрашты, улар ике тәгәрмәсле транспортта йөрөүҙә һаҡланыу сараларын ҡулланыуҙың мөһимлеген билдәләп, иҫкәртеү әңгәмәһе үткәрҙе. Мотоциклдар һәм мопедтар иң хәүефле транспорт сараларының береһе булыуына айырыуса иғтибар йүнәлтелә. Әңгәмә барышында оло йәштәге ҡатын үҙенең мотошлемын күрһәтә һәм ул көндө ике тәгәрмәсле транспортта уны кеймәйенсә 100 метр самаһы юл үтеүе сәбәбен аңлата – был видео өсөн генә эш
Әбйәлилдә матайҙа йөрөгән 69 йәшлек апайҙы яуаплылыҡҡа тарттырғандар
18 августа 202418 авг 2024
1 мин