Рәсәй муниципаль берәмектәренән халыҡты физик культура һәм күмәк спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү буйынса иң яҡшы мәғлүмәт-мәғрифәтселек эше буйынса конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә башланы. Ул бөтә Рәсәй буйынса үтә. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс “Демография” милли проектының “Спорт – тормош нормаһы” федераль проектына ярашлы Рәсәйҙең Спорт министрлығы тарафынан уҙғарыла һәм унда муниципалитеттар мөһим роль уйнай. “Беҙ мөһим бурысты үтәүҙе – республикабыҙ халҡы физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнһен өсөн мөмкин тиклем күберәк шарттар булдырыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Был мәсьәләне муниципалитеттар менән берлектә хәл итәбеҙ. Башҡортостан райондарында һәм ҡалаларында спорт инфраструктураһын булдырыу буйынса ҙур эш алып барыла: спорт объекттары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөлә, ГТО майҙансыҡтары ҡуйыла”, – тип билдәләне Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов. Конкурс бер нисә номинацияла үтә. Тулыраҡ мәғлүмәт конкурстың рәсми сайтында урынлаштырылған. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 2024 йылдың 17-19 октябрендә Өфөлә ойоштороласаҡ “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумында үтә. Билдәле булыуынса, "Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: gtrk.tv