Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тәтешлеләргә – төҙөкләндерелгән спорт зонаһы

Үрге Тәтешле ауылында яңы йәмәғәт биләмәһен – заманса спорт зонаһын төҙөкләндереү эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы бара, тип хәбәр итә Тәтешле районы хакимиәте. Шуны билдәләргә кәрәк: проект сиктәрендә районда ете йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән дә инде. Эштәр барышында төҙөүселәр бетон нигеҙ, резина япма һалған, территория периметры буйлап ҡойма ҡуйған. Киләсәктә майҙансыҡта ярыштар, саф һауала спорт уйындары, шулай уҡ скандинав йөрөү һәм велосипед спорты менән шөғөлләнеү планлаштырыла. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп бурыстарының береһе – ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. Милли проект граждандарҙы үҙ ҡалаларын төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәл итеүгә әүҙем йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Билдәле булыуынса, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: национальныепроекты.рф