Найти тему
Башҡортостан гәзите

Туристарға уңайлыҡтар арта

Ул “Ҡандрыкүл” тәбиғәт паркы биләмәһендә “Экология” милли проектына ярашлы эшләнде, тип хәбәр итә төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы. Хәҙер туристарҙың күл буйында ял итеү генә түгел, ә саф һауала йәйәү йөрөү мөмкинлеге лә бар. 1,3 саҡрым оҙонлоҡтағы маршрутта парк ҡунаҡтары һәм ял итеүселәре өсөн интерактив майҙансыҡтар барлыҡҡа килгән. Унда һәр кем төбәктең тәбиғәте тураһында файҙалы мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә. Эшселәр һуҡмаҡты төҙөкләндергән, уңайлыраҡ иткән. Белем биреү маршруты балаларға ла, өлкәндәргә лә ҡыҙыҡлы буласаҡ. Биш станциянан торған һуҡмаҡ буйында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлектәрҙе һәм иләүҙәрҙе күрергә мөмкин. “Был биләмәләрҙең айырым статусы тәбиғәтебеҙҙең уникаль мөйөштәрен, һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе һәм хайуандарҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Әммә ял итеүселәр тураһында ла онотмайбыҙ, уларға шарттар булдырырға тырышабыҙ. Беҙ кешенең тәбиғәткә ҡыҫылыуы минималь рәүештә булыуын теләйбеҙ. Ҡунаҡтарҙың ялын онотолмаҫлыҡ итеү өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ”, – тип билдәләне айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһының экологик мәғариф һәм туризм бүлеге етәксеһе Римма Ғәлиева. Билдәле булыуынса, "Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: bashkortostan.ru