2019-2024 йылдарҙа республиканың ҡала һәм ауылдарында йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү һәм яңыртыу буйынса ҙур эш башҡарылды. Күп кенә проекттар федераль аҡса йәлеп итеү иҫәбенә ғәмәлгә ашырылды. Был республика идара итеү командаһының тырыш һәм көндәлек хеҙмәте һөҙөмтәһе. “Муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын бойомға ашырғанда тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәте тураһында ла уйларға кәрәк, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу – мөһим бурыстарҙың береһе”, – тип билдәләне Радий Хәбиров эш башлағанда. Бер кемгә лә сер түгел – уңайлы йәмәғәт мөхите халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Был төҙөк парктарҙы, скверҙарҙы, ял итеү зоналарын, яҡшы үҫешкән инфраструктураны һәм мәҙәни саралар менән файҙаланыу мөмкинлеген үҙ эсенә ала. Республикалағы бөтә проекттар ҙа халыҡтың йәмәғәт мөхитен булдырыуҙа әүҙем ҡатнашыуы һәм ярҙамы менән бойомға ашырыла. Күп кенә проекттар тарихи урындарҙы һәм архитектура ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән, уларҙың уңайлы йәмәғәт мөхитен булдырыу өсөн мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ – проекттарҙа экологияны, энергия һөҙөмтәлелеген һәм ҡала мөхитенә тотороҡлолоҡто яҡшыртыуға йүнәлтелгән инновацион ҡарарҙар файҙаланыла. Яңы һәм яңыртылған парктар проекты бер-береһенә оҡшамаған, шул уҡ ваҡытта республикала йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың һәм конфессияларҙың йолаларын һәм менталитетын иҫәпкә ала. Райондарҙа йәшәгән кешеләр парктарға айырыуса ныҡ шатлана. Бигерәк тә улар элек буш ятҡан, буръян баҫҡан урындарҙа барлыҡҡа килһә. Ошондай парктарҙың береһе күптән түгел Иглин районы үҙәге – Иглин ауылында барлыҡҡа килде. Бында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын, “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Ҡояшлы” паркы төҙөлгән. Ул 2022 йылда төҙөлә башлаған. Дөйөм хаҡы 26 миллион һумдан ашыулыҡ эштәрҙең беренсе этабы 2023 йылдың авгусында тамамланды. Аҡсаның 17,6 миллион һумдан ашыуы – федераль ҡаҙнанан, 360 мең һумы – республика ҡаҙнаһынан, 946 мең һумдан ашыуы – район бюджетынан, 6,8 миллион һумдан ашыуы ауыл Советы бюджетынан, 1,1 миллион һумдан ашыуы бағыусылар ярҙамынан алып тотонолған. Рәсми асыу тантанаһы былтыр сентябрҙә була. Яңы парк Яңы Иглин биҫтәһендә урынлашҡан. Сағыштырмаса яңы барлыҡҡа килгән биҫтәлә башлыса йәштәр һәм бәләкәй балалы ғаиләләр йәшәй. Шуға күрә уларға үҙҙәре янында ял итер, күңелле итеп ваҡыт үткәрер, спорт менән шөғөлләнер һәм балаларҙы уйнатыр өсөн парк кәрәк була. Властар халыҡты ишетә һәм элек буш ятҡан урында уны булдырырға ҡарар итә. Парк үҙенең “Ҡояшлы” исемен планлаштырыу формаһы арҡаһында ала – уртала ҙур түңәрәктән төрлө яҡҡа йәйәлгән “нурҙар” – территорияны секторҙарға бүлгән юлдар тарала. Эске яҡтан балалар һәм спорт майҙансығы, бәләкәй архитектура формалары, газондар, сәскәләр, ҡыуаҡлыҡтар урынлашҡан. Шулай уҡ бында ҙур шыршы ултыртылған – Яңы йыл һайын паркта тере ағас биҙәләсәк. Парк асылғандан һуң да уны төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү дауам итә. Халыҡ дәррәү йыйылып килеп ағастар ултыртҡан, сәскәләр һәм ҡыуаҡтарҙы ҡарап торалар. Иглин районында командировкала булған саҡта яңы паркты инеп ҡарап сығырға булдыҡ. Эш сәғәттәре булыуға ҡарамаҫтан, бында байтаҡ ҡына кешеләр йөрөй ине. Ейәнсәрен етәкләп килгән олатай Әхийәр Латипов булып сыҡты. Бер нисә йыл элек пенсияға сыҡҡан ағай вахта менән Себерҙә эшләгән, ҡатыны менән өс бала үҫтергән. – Яңы Иглин биҫтәһенә беҙ, моғайын, тәүгеләрҙән булып күсеп килгәнбеҙҙер. Ана, юлдың теге яғында беҙҙең йорт күренеп ултыра. Тәүҙә бында бер нисә генә йорт ине, ошо йылдарҙа әллә нисә урам үҫеп сыҡты, бик күп йәштәр күсеп килде. Әлбиттә, беҙгә бында парк кәрәк ине. Шуға күрә буръян үҫеп ултырған, төндәрен шикле әҙәмдәр йөрөгән урында парк эшләйҙәр тигән хәбәрҙе шатланып ҡабул иттек. Күп тә үтмәй, ошондай матур урын барлыҡҡа килде. Бында көн һайын булмаһа ла, йыш киләбеҙ, айырыуса, ейән-ейәнсәрҙәр килһә, ошо яҡҡа тартылып торалар. Уларға уйын майҙансығында уйнауы оҡшай, шулай уҡ хәүефһеҙ итеп велосипедта, самокатта йөрөргә була, – тине ағай. Ейәнсәре Диана ла олатаһының һүҙҙәрен дәлилләне. – Элек олатайға килһәк, ихатала ғына уйнай инек, хәҙер парк булғас, бында килә башланыҡ. Урын күп, рәхәтләнеп йүгерергә, күңел булғансы уйнарға мөмкин. Шуға олатай менән өләсәйгә лә йышыраҡ килә башланыҡ, – ти ҡыҙыҡай. Бәләкәй ҡыҙын бәүелсәктә бәүелткән йәш атайҙың исеме Олег ине. Ул да парктан ҡәнәғәтлеген белдерҙе. – Ғаиләм менән йыш киләбеҙ бында. Иртән ҡатыным менән йүгерәбеҙ, кистәрен балаларҙы килтереп уйнатабыҙ. Бында ҡыҙыҡлы байрамдар ҙа үтә башланы, рәхәтләнеп уларҙа ҡатнашабыҙ. Үҙебеҙҙең Иглиндә йәшәүе күңелле һәм матур хәҙер. Ошо парк өсөн республика һәм район властарына ысын күңелдән рәхмәтлебеҙ, – тине ир. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.