Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Ҡоймаҡ та ҡойормон тип барҙым батырҙарыбыҙға...”

...Тыуған яҡтың иҫкән еле лә танһыҡ тиҙәр. Бөгөнгө көндә махсус хәрби операция биләмәһендә изге бурыстарын үтәгән яҡташтарыбыҙға республиканан гуманитар ылауҙар даими оҙатылып тора. “Егеттәребеҙгә еңел түгел, әммә улар һынмай, бирешмәй, Еңеү әләмен элергә алға табан атлай. Шул уҡ ваҡытта улар беҙҙең ышанысҡа, ярҙамға мохтаж. Яугирҙәребеҙ һәм уларҙың ғаиләләре һәр саҡ беҙҙең иғтибарҙа булырға тейеш!” – тигәйне үҙенең бер сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Был – республика халҡы өсөн буш һүҙҙәр түгел һәм бөгөн инде яугирҙәргә яҡташтарыбыҙҙан йөҙ ҙә утыҙҙан ашыу гуманитар ылау оҙатылды! Техника, кейем, шәхси күстәнәс, маскировкалау селтәрҙәре, хаттар... Ниндәй генә әйбер юҡ был ылауҙарҙа – иң мөһиме: һәммәһенә күңел йылыһы, изге доғалар ҡағылған. Шул уҡ ваҡытта егеттәребеҙ өсөн был гуманитар ярҙамды яҡташтарының үҙ ҡулдарынан алыуы – әлбиттә, икеләтә шатлыҡ! Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллина, мәҫәлән, махсус хәрби операция биләмәһенән командировканан ҡайтты, яугирҙәргә тыуған яҡтың күстәнәсен һәм сәләмен етәксе нәҡ шәхсән еткерҙе. Ҡорған әңгәмәбеҙ – ошо уңайҙан. – Рита Мәҙәриковна, егеттәр нисек ҡаршы алды? – Хакимиәт башлығы булараҡ махсус хәрби операция биләмәһенә тәүге тапҡыр аяҡ баҫтым. Әлбиттә, гуманитар йөктө етәксе сүрәтендә оҙатып барып, таратып ҡайтыу ғына түгел ине маҡсатым. Яугирҙәр менән күрешеп, танышып, тыуған яҡтың сәләмен еткереп, күңел ҡылдарын тыңлап ҡайтырға тип юлландым. Бында район халҡы яҡшы белә, хәҙер инде күптәр менән танышмын, районды үҫтереү маҡсатында бергә эшләйбеҙ. Ә бына ундағы яҡташтарҙың күбеһе менән таныш түгел инем. Шуға, әйтергә кәрәк, башта мең төрлө уйҙар ҡайнаны. Әлбиттә, килеп төшөү менән күптән күрешмәгән туғандар һымаҡ яҡын аралашыуҙан арыраҡ булды күренеш, егеттәр тартылыбыраҡ торҙо. Әммә был беҙ килтергән тыуған яҡ йылыһынан “һә тигәнсе” йыртылырлыҡ сик кенә булған был тартылыу. Бер ауыҙ һүҙ эсендә һалдаттарыбыҙ ҙа, мин дә асылып киттек. Фронт хәлдәре, көнкүреш, өйҙәге тормош тураһында һөйләшкәндән һуң беҙ инде хәҙер ысынлап та күптән күрешмәгән туғандар һымаҡ инек. Һәм шуныһын ышаныслы әйтә алам: был егеттәр менән, Алла бойорһа һуғыш тамамланып, Еңеү килгәс, районда мотлаҡ бергәләп байтаҡ эштәр атҡарасаҡбыҙ. Хәҙер улар минең өсөн ғүмерлек дуҫтарым! Был һүҙҙәрҙе, иманым камил, был яҡтарға юл төшкән һәр кеше лә дәлилләр, сөнки фронт һыҙығында, инаныуымса, башҡа төрлө булыуы мөмкин дә түгел. Унда тормоштоң мәғәнәһе тәрәнәйеүен, ҡәҙере артыуын килеп төшкәс тә егеттәрҙең күҙҙәренән үк аңлағайным, шуға кешеләр ҙә, яҡташтар бигерәк тә, яҡын! Үкенескә ҡаршы, һәр подразделениеға тиерлек һуғылыу сәбәпле оҙаҡ һөйләшергә ваҡыт тар ине, әммә бүленгән сәғәт-минуттарҙа ла яугирҙәребеҙ үҙҙәренең хәлдәрен, тормошон һөйләп үтте. Хәрби сер сисмәйенсә ҡыҫҡаса әйткәндә, нимә генә тимәһендәр, егеттәребеҙҙең хәрби рухы ныҡ, дошман да ябай түгел, әммә метрлап-километрлап алға барабыҙ, ҡуйылған бурыс үтәлә. Командирҙарҙың беҙҙекеләрҙең дошманға бигерәк тә ҡаһармандарса ташланыуҙары тураһында һөйләгәнен ишетеп ҡыуанып торҙом һәм “беҙҙекеләр” тип бында мин Стәрлетамаҡ районы вәкилдәрен генә әйтмәйем. Өфөнәнме яугир, Салауат районынан сыҡҡанмы, йә Балтас батыры булһынмы – һәммәһе лә беҙҙеке улар! Ғорурланабыҙ! – Нимәләр алып барғайнығыҙ? – Төҙөлөш материалдары, дарыу, квадрокоптер, мейес, кейем, һауыт-һаба... Төрлө шарттарҙҙа ла кәрәк предметтар. Әммә шуныһына иғтибар иттем: яугирҙәребеҙ өсөн өйҙәренән килгән посылкалар айырыуса мәғәнәгә эйә – ҡәҙер менән генә асып, һағынышлы күҙҙәр менән бағып алды улар был күстәнәстәрҙе. Шулай уҡ хаттар – айырым иғтибарға лайыҡ күренеш ине. Хатта йөктө бушатҡан арала уҡып-уҡып алдылар. “Ватаныбыҙ бар һәм бер” – Һуғыш һәм ҡатын-ҡыҙ... Ике ят төшөнсә тиҙәр. Һеҙ, әлбиттә, хәрби кешенең тоғро тормош юлдашы, күпкә өйрәнгәнһегеҙҙәлер. Шулай ҙа ҡурҡыныс булманымы? – Билдәһеҙлелек һәр саҡ кешене һағайта. Ҡуҙғалыр алдынан уйландырылды, әлбиттә. Юл, фронт... Әммә бында һүҙ ниндәйҙер ҡазанан ҡурҡыу, шартлау, атыуҙан ҡурҡыу тураһында бармай. Миңә ундай һыҙат бөтөнләй ят. Беҙ гуманитар йөк менән лыҡа тултырылған ҙур машинаны оҙата барабыҙ – йөктә иһә тотош район бөртөкләп йыйған кәрәк-яраҡ, хатта ғүмерҙе һаҡлап алып ҡалырлыҡ әйберҙәр, кешеләрҙең ғәзиз улына, атаһына, ағай-ҡустыһына ебәргән ҡәҙерле күстәнәс. Ғүмер өсөн түгел, ошо йөктө иҫән-имен алып барып тапшырыу йәһәтенән борсолдом, дөрөҫөн әйткәндә. Ҡатын-ҡыҙ тигәндән, ә бит унда егеттәр менән иңгә-иң терәшеп шулай уҡ күпме яҡташ гүзәл заттарыбыҙ һуғыша. Улар миндә айырыуса һоҡланыу уята. Ниндәйҙер яңырауыҡлы һүҙҙәр итеп ҡабул итмәгеҙ, әммә кәрәк икән, бойороҡ була икән, үҙем дә бөгөндән ошо ҡыҙҙарыбыҙ рәтенә баҫырға әҙермен! Һәм, минеңсә, Ватан өсөн бөгөн һәммәбеҙ ошондай яуапҡа әҙер булырға тейеш! Ҡатын-ҡыҙ булараҡ ҡурҡыу тойғоһо түгел, ә әсә, ир ҡатыны хистәре биләп алды мине был эш сәфәрендә, хатта ҡуҙғалмаҫ борон уҡ. Һәр саҡ үҙемде ирен, улын яуға оҙатҡан ҡатын булараҡ күҙ алдына килтереп ҡарайым (был яугирҙәрҙең яҡындарының көндәлек һәм ҙур мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам да итә) һәм егеттәр нисек тыуған яҡтарын һағынғандыр тип борсолам. Шуға улар саҡ ҡына булһа ла тыуған яҡтын йылыһын тойһон тип унда урында ҡоймаҡ ҡойоп, яугирҙәребеҙҙе һыйларға тигән уй-хыял да бар ине, тик, үкенескә ҡаршы, алда әйткәнемсә, ваҡыт бик сикле булды. Әсә, ҡатын һағышын түгел, ә ошондай күренеш аша саҡ ҡына булһа ла уларҙың күңел йылыһын еткерергә ине. – Был эш сәфәренән ниндәй уйҙар ҡалды? – Ниндәйҙер конкрет миҫалдарға туҡталып үткәндә, минең өсөн бер тапҡыр ҡуллана торған пластик һауыттар етешмәгәне яңылыҡ булды, шулай уҡ маскировкалау селтәрҙәре, блиндаж шәмдәренә мохтажлыҡ барын һиҙҙем. Гуманитар ылау туплау буйынса ошондай мохтажлыҡтарҙан сығып эш итергә кәрәк. Шулай ҙа тәү сиратта, әлбиттә, иң кәрәкле әйбер – “квадрокоптер” ул. ...Ә ғөмүмән һүҙ йөрөткәндә, был тарафтарҙа бер генә тапҡыр булһа килгән кеше әйтер, яугирҙәребеҙ менән бер күрешкәс, уларҙың тормошон бер күргәс, күңелдә шундай тойғо уяна: уларҙы йәнә-йәнә күреп, хәлдәрен һорашып торғо килә, кәрәк-яраҡтар менән тәмьин итеү тураһында иһә әйтеп тораһы ла түгел. Ошо гуманитар ылауҙы йыйған барлыҡ район халҡына, битараф булмаған кешеләргә, командама яугирҙәребеҙ исеменән сәләмдәр һәм ҙур рәхмәттәр еткереп ҡалам. Ә бит, күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле, ҡатындарыбыҙ көнөнә бишәр-алтышар сәғәт аяҡ өҫтө баҫып селтәр үрә, оҫталарыбыҙ мейес эшләй, эшҡыуарҙарыбыҙ йөҙәр меңдәр һумын кәрәк-яраҡ алыуға йүнәлтә. Әлбиттә, бында һәр кемдең хеҙмәтен әйтеп бөтөү мөмкин түгел, иң мөһиме, улар һәммәһе Еңеү килтерә. Быға тиклем дә бында, урында ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, бөгөнгө көндә махсус хәрби операция геройҙарына ярҙам итеүҙе төп мәсьәлә итеп ҡуя инем. Был эш сәфәре яуаплылыҡты, илһөйәрлек тойғоһон бермә-бер арттырҙы ғына! Ватаныбыҙ бар һәм бер икәнен нығытты!.. “Эмир”, “Башҡортостан” полкы командиры урынбаҫары: – “Башҡортостан” полкы исеменән Стәрлетамаҡ районы халҡына ҙур рәхмәтемде еткерәм. Һеҙҙең беҙгә төбәп ебәргән һәр әйберҙе алдыҡ, егеттәр ҡыуанды. Бигерәк тә өйҙәренән килгән посылкалар өсөн шатландылар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика халҡы беҙҙең полкка һәр саҡ иғтибар күрһәтә, был беҙҙең хәрби бурысты үтәүҙә ҙур ярҙам булып тора, беҙгә ышаныс бирә. Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ! Фотолар Р.Сәмиғуллинаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.