Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бауыр менән проблемалар булһа...

Бауырҙы йөҙөм ярҙамында таҙартыу организмды сәләмәтләндерә, хроник сирҙәрҙән арындыра, тиелә халыҡ медицинаһында. Ошо ысулды тәҡдим итәбеҙ. Бер ус йөҙөмдө яҡшылап йыуабыҙ һәм ҡайнар һыу менән бешекләп алабыҙ. Унан стаканға һалып, өҫтөнә ҡайнап һыуынған һыу ҡойоп, бүлмә температураһында бер тәүлек тотабыҙ. Ваҡыт еткәс, иң яҡшыһы иртә менән, төнәтмәне эсергә һәм бер ус йөҙөмдө ашарға кәрәк. Ошо процедураны ай дауамында аҙнаһына бер-ике тапҡыр ҡабатлайбыҙ. Шуға ла иғтибар итергә кәрәк: дауаланыу ваҡытында рационығыҙға күберәк йәшелсә һәм емеш-еләк индерегеҙ. Айырыуса алма, банан, әфлисун, кипкән емеш-еләк, кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтәгә өҫтөнлөк бирегеҙ. Шулай уҡ таҙа һыуҙы күберәк эсергә кәңәш ителә. Фото: "Бәйләнештә".