Кешегә изгелек эшләгән һайын яуызлыҡты ла күберәк алаһың. Ни өсөн шулай? - тигән һорауға психолог яуап бирә.
Ябай ғына миҫал аша аңлатам. Бер һәйбәт директор ай һайын хеҙмәткәрҙәренә премия биреп торған. Был, әлбиттә, бөтәһенә лә оҡшаған. Ярайһы ғына сумма, эш хаҡына өҫтәмә! Әммә бер аҙҙан хеҙмәткәрҙәр эштәренә илке-һалҡы ғына ҡарай башлаған, ҡаршылашырға ла әүәҫләнеп алғандар. Асыуы килгән директор бер айҙа быларға премия яҙмаған.
Үәт шунда башланған да инде! Директорҙы нимәлә генә ғәйепләмәгәндәр, өҫтөнә ниндәй генә бысраҡ өймәгәндәр, артынан ниндәй генә исемдәр ҡушып әрләмәгәндәр. Ахыр сиктә, бер уҫалыраҡ ханымды эргәһенә индереп ебәргәндәр, ә ул туп-тура һораған: “Һеҙ беҙгә ни өсөн штраф һалдығыҙ?”
Берәү ҙә штраф һалмаған, берәүҙең дә эш хаҡын ҡырҡмағандар, ни бары... бүләк бирмәгәндәр. Премия. Әммә премияға шул тиклем өйрәнгән кешеләр үҙҙәрен таланған кеүек хис иткән. Улар “бирмәү”ҙе “тартып алыу” менән бутаған.
Изге күңелле кешенең үҙ теләге менән ҡылған ярҙамына, яҡшылығына,