Римма Әхмәтйәнова ОСРАШЫУ (Булған хәл) ...Иҫ киткес йәмле йәйге көн. Ағаслыҡта ҡоштар өҙҙөрөп һайрай. Милә болонда дарыу үләндәре йыйып йөрөй. Йәш ҡатын әсәһе менән ҡәйнәһе килгәнен күрҙе. Ике әсә, ике ҡоҙағый бер- береһенә йылмайып ҡарап, күптәнге әхирәттәр кеүек һөйләшеп киләләр ине. Бигерәк матур кейенгәндәр улар. Әсәһе һәр ваҡыттағыса ҡупшы: яратҡан зәңгәр күлдәгендә, һары сәсен бөҙрәләткән. Килештереп биҙәнгән- яһанған. Ул һәр саҡ бөхтә, матур кейенде. Һыуға барғанда ла биҙәнер ине. Ҡәйнәһе сағыу ҡыҙыл күлдәгендә, иңендә – үтә күренмәле аҡ шарф. Оҙон ҡара сәсен берҙән үргән. Үҙе бигерәк шат, матур тойола... Шау сәскәле болон буйлап атлап килә улар. Атлауҙары шундай еңел, әйтерһең, сәскә диңгеҙенән йөҙөп кенә баралар. –Ҡыҙым, бына беҙ осраштыҡ, дуҫлашып та алдыҡ, – ти әсәһе. – Беҙҙең өсөн ҡайғырма, бында рәхәт! – тип йылмая ҡәйнәһе. Йәш ҡатын улар янына ынтыла. Йүгереп барып хәлдәрен белергә теләй. Тик ниндәйҙер ғәжәйеп, аңлатып булмаҫлыҡ көс уны туҡтата... Милә урынынан ҡуҙғалмай,