Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бер юлы ике ФАП асылды

Рәсәй Президенты В.В. Путин ҡарары менән барлыҡҡа килгән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты (национальный проект "Здравоохранение") был өлкәне камиллаштырыуға ҙур өлөш индерә. Бына Яңауыл районының Иҫке Ҡоҙаш һәм Иҫке Артауыл ауылдары ла уның арҡылы заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктына эйә булды. Биналар тулыһынса заман талаптарына яуап бирә, медицина ҡорамалдары, йыһаз урынлаштырылған. ФАП-тарҙа фельдшер, акушер, балалар һәм процедура кабинеттары, шулай уҡ санитар-көнкүреш бүлмәләре бар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булған пациенттар өсөн пандустар ҡуйылған. Беренсел медицина ярҙамын төрлө йәштәгеләргә, шул иҫәптән тирә-яҡ ауыл халҡына ла күрһәтеү ҡаралған. Яңауыл үҙәк район дауаханаһының баш табибы Тимур Мадъяров әйтеүенсә, ФАП-тарҙа фельдшерға эшен алып барыу өсөн дә яҡшы шарттар тыуҙырылған. “Кабинеттарҙағы заманса технологиялар оператив рәүештә мәғлүмәт менән алмашырға мөмкинлек бирә, онлайн тәртиптә телемедик консультация үткәрергә була. Был уңайлыҡтар пациенттарға тиҙ һәм сифатлы ярҙам күрһәтергә булышлыҡ итәсәк”, - ти ул. Фото: yanaul.bashkortostan.ru/presscenter/news/648847/