Украина боевиктарынан зыян күргән Курск өлкәһенә Башҡортостан инде икенсе гуманитар йөк ебәрҙе. Ни өсөн республикала Курск халҡына ярҙам итеүҙе мөһим тип һанайҙар – был хаҡта Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһына биргән интервьюһында һөйләне. – Максим Васильевич, Курскиҙағы хәлдәрҙең шәхсән һеҙҙең өсөн үтә борсоулы икәнен беләбеҙ. – Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы өсөн ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам итеү – ул йола. Башҡортостан да, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә элек-электән дуҫлыҡ тойғоһо менән айырылып тора. Президент әйткәненсә, “Рәсәй – ул ғаиләләрҙең ғаиләһе”. Мин Курск өлкәһенең Суджа районы Гончаровка ауылында тыуып-үҫкәнмен, Суджа ҡалаһында мәктәпте тамамланым һәм Хәрби-медицина академияһына уҡырға индем, табип булып киттем. Оборона министрлығында хеҙмәт иттем, медицина полкы хеҙмәте етәксеһе булдым. Полк Курск өлкәһендә урынлашҡан ине. Ысынлап та, был тарих шәхсән төҫ йөрөтә. Унда күптән түгел генә ата-әсәйем йәшәне, кире ҡайтҡылары килә. Һеңлем ғаиләһе менән Суджа ҡалаһында йәшәй. Курскиҙағы хәлдәр тулҡынландыра ла, хәүефләндерә лә. Атайым аҙаҡҡа тиклем өйҙө ташлап китергә теләмәне. Оҙаҡ өгөтләгәндән, күрше өйҙәрҙең емерелгәнен, дошман һалдаттарын күргәндән һуң ғына китергә ризалашты. – Ата-әсәйегеҙ үҙҙәре эвакуацияландымы? – Эйе, улар үҙаллы күсеп китте. Әсәйем һеңлем, уның улы һәм ире менән шишәмбе көнө үк сыҡты, ә атайым шаршамбыға ҡарай төндә, таңға ҡарай ғына китте. Һәр ауыл кешеһенеке кеүек, уларҙың да үҙ хужалығы бар, яратҡан эттәре. – Өҫтөгөҙгә етди йөк төшкән, унда түгелһегеҙ бит... – Ата-әсәйемде бында саҡырҙым. Улар быға ҡәҙәр республикала булып киткәне бар ине. Әммә хәҙер киткеләре килмәй, йорт-хужалыҡ өсөн дә, дуҫтары өсөн дә борсолалар. Әлеге ваҡытта улар Курскиҙа. Һеңлем эшләй, атайым менн әсәйем хаҡлы ялда. – Улар нимә һөйләй, нимәгә иҫәп тота? – Тиҙҙән еңеребеҙгә иҫәп тоталар. Күршеләр һәм дуҫтары менән аралашыуҙы дауам итәләр. Курск өлкәһендә күп кеше ҡалды. Әлбиттә, күбеһе туғандары, дуҫтары янына күсеп китте, ләкин тороп ҡалыусылар ҙа бар. Радий Фәрит улы баштан уҡ Курск өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы Алексей Борисович Смирнов менән бәйләнештә булды. Теге йәки был саралар буйынса кәңәшләшеп торалар. Республикаға бер ни тиклем балаларҙы ҡабул иттек тә инде. Радий Фәрит улы ҡушыуы буйынса Курск өлкәһендәге коллегалар менән бәйләнешкә сығып торабыҙ. Балаларҙы сәләмәтләндереү, ял иттереү, белем алыу өсөн генә түгел, ә ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарына, хатта даими йәшәү урындарына ҡабул итергә әҙербеҙ. Әлегә Курск өлкәһе халҡы, был хәл тиҙҙән яйланыр һәм элекке тормош рәүешенә әйләнеп ҡайтырбыҙ, тип өмөтләнеп көтә. – Һеҙ беҙҙең халыҡтың нисек тиҙ генә гуманитар ярҙам йыя башлағанына иғтибар иттегеҙме? – Эйе, әлбиттә. Был күңелде йылыта. Өфө командаһы әлеге эшкә тиҙ генә ҡатнашып китте. Беҙҙең Дәүләт йәштәр комитеты, ирекмәндәр әүҙем. Был аҙаҡҡы гуманитар йөк түгелдер, тип уйлайым. Халыҡ һаман да килеүен дауам итә, иң кәрәкле әйберҙәрҙе килтерә, ҡайһы бер артистар аҡса күсерергә хәл итте. Курск халҡына ярҙамды өфөләр генә түгел, тотош республика йыя. Ул логистик үҙәктә – Радий Фәрит улы 2022 йылдың башында уҡ билдәләп ҡуйған “Башсельхозтехника” базаһында тупланыла, бөтә гуманитар йөктәр ҙә шунан китә. Йәиһә һәр муниципалитет үҙе билдәләп уйған пункттарҙа йыя. Ошо көндәрҙә 130-сы гуманитар йөктө оҙаттыҡ, унда – 120-нән ашыу йөк машинаһы. Уларҙың алтауы – Курск өлкәһенә, ҡалғандары махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙамға йүнәлтелә. МХО-ға ярҙам тураһында – Бурыстар күп. МХО менән бәйле бар мәсьәләләр ҙә Радий Фәрит улының шәхси контролендә тора. Беҙ төрлө йүнәлештәр буйынса эштәрҙе күҙәтеп, булышлыҡ ҡылабыҙ. Был Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, башҡа ведомстволар буйынса, ғаилә ағзалары, ветерандар – “Ватан һаҡсылары”, Герой әсәләре фондтары аша һәм башҡалар. Йәғни Радий Фәрит улы мәсьәләләрҙе шәхси контролдә тота һәм ведомстволар араһында ниндәйҙер бәхәсле һорауҙар килеп тыуғанда йә федераль кимәлдә хәл итеү талап ителгәндә ярҙам итә. Ул беҙгә ҡаршылыҡтарҙы тиҙ, тотҡарлыҡһыҙ үтергә һәм һөҙөмтәгә ирешергә булышлыҡ ҡыла. Шуға ла, минең уйымса, Башҡортостан МХО-ла хеҙмәт иткән яҡташтарға иң ныҡлы, яҡшы ярҙам иткән төбәк булып һанала. Башҡа төбәктәргә ярҙам тураһында – Был, иң беренсе нәүбәттә, республика халҡының ҡаҙанышы. Башҡортостан халҡының ауыр хәлдә тороп ҡалған кешеләргә ярҙам итеү үҙенсәлеге бар, был Курск өлкәһенә генә ҡағылмай. Яҙын, көҙөн Белгород балаларын да ҡабул иттек, Бегород халҡына ярҙам да ебәрҙек. Яҙ көнө, һыу баҫҡас, Ырымбур өлкәһендәге күршеләргә дәррәү ярҙам ойошторҙоҡ. Ҡотҡарыусыларыбыҙ һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөргә ярҙамлашты. Орскиҙан балаларҙы ла ҡабул иттек. ДНР, ЛНР балалары республикала даими ял итә. Шефлыҡ иткән муниципалитет бар, унда мәктәптәрҙе, башҡа социаль объекттарҙы ҡарайбыҙ. МХО башланыр алдынан Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһынан Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһына күсеү – Был ғөмүмән Радий Фәрит улының идара итеү командаһы бурысы. Был хакимиәттең генә түгел, хөкүмәт аппаратының, республиканың башҡарма власть органдарының, һәр ҡала-райондың яйға һалынған эше, һөҙөмтә күрһәткән уртаҡ эш. Беҙгә ғорурланырға урын бар, тип иҫәпләйем. Башлыҡ ҡарары буйынса тормошҡа ашырылған ҡаҙаныштар етерлек, мәсьәләләрҙе уңышлы башҡарыуҙы контролдә тотабыҙ. Иң мөһиме, граждандарыбыҙға аңлатырға, һөйләргә, алда торған бурыстарҙы мөмкин тиклем тиҙ хәл итергә тырышабыҙ. Ысынлап та, Украиналағы нацизмды тиҙ еңербеҙ, тип өмөтләндек. Уның сәсәкә атыуын күрәбеҙ. Тиҙ ярҙам машиналарын дрондар атакалағаны, тыныс халыҡҡа атҡандары тураһында факттар бар, быны үҙ күҙҙәре менән күргән кешеләр әйтә. Һәр факттың ысын шаһиттары бар, кемдер ҡайҙалыр ишеткән генә түгел. Был ысынлап та күңелдә көслө борсолоу уята. Рәсәй – көслө дәүләт, һәм беҙ еңергә тейеш. – Һеҙ өҫтөгөҙгә ятҡан көсөргәнеш, был урында элгәре эшләгән бер чиновникка ла төшмәгән ауырлыҡ тураһындағы һорауға яуап бирмәнегеҙ. Быны республика етәкселегенең дөйөм бурысы тип ҡабул иткәнегеҙ аңлашыла. – Әлбиттә. Бар һорауҙарҙы ла лидерыбыҙ – Радий Фәрит улы Хәбиров етәкселегендәге бер команда булып хәл итәбеҙ. Уңышлылыҡ һөҙөмтәләрҙә күренәлер, тип уйлайым. Фото: скриншот.
Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин Курск өлкәһенә ярҙам тураһында һөйләне
17 августа 202417 авг 2024
5 мин
Украина боевиктарынан зыян күргән Курск өлкәһенә Башҡортостан инде икенсе гуманитар йөк ебәрҙе. Ни өсөн республикала Курск халҡына ярҙам итеүҙе мөһим тип һанайҙар – был хаҡта Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһына биргән интервьюһында һөйләне. – Максим Васильевич, Курскиҙағы хәлдәрҙең шәхсән һеҙҙең өсөн үтә борсоулы икәнен беләбеҙ. – Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы өсөн ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам итеү – ул йола. Башҡортостан да, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә элек-электән дуҫлыҡ тойғоһо менән айырылып тора. Президент әйткәненсә, “Рәсәй – ул ғаиләләрҙең ғаиләһе”. Мин Курск өлкәһенең Суджа районы Гончаровка ауылында тыуып-үҫкәнмен, Суджа ҡалаһында мәктәпте тамамланым һәм Хәрби-медицина академияһына уҡырға индем, табип булып киттем. Оборона министрлығында хеҙмәт иттем, медицина полкы хеҙмәте етәксеһе булдым. Полк Курск өлкәһендә урынлашҡан ине. Ысынлап та, был тарих шәхсән төҫ йөрөтә. Унда күптән түгел генә ата-әсәйе