Билдәле яҡташыбыҙ, блогер Рөстәм Нәбиев ҡулдарында ғына сираттағы бейеклекте яуланы. Был юлы ул 5137 метр бейеклектәге Арарат тауына менде. Иҫәп буйынса был Рөстәмдең һигеҙенсе ҙур тауы. Нәбиев социаль селтәрҙә әйтеүенсә, тауға күтәрелеүе еңелдән бирелмәгән, хәлде көслө ел ҡатмарлаштырған. Әммә ул бирешмәгән, сөнки “үҙенең көсөнә һәм мөмкинлектәренә бик ныҡ ышанған”. “Минең һигеҙенсе түбәм – Арарат. Ярҙам иткәндәрҙең һәм ышанғандарҙың барыһына ла рәхмәт. Әле Араратҡа ҡарайым да үҙемә әйтәм: бөгөн иртәнге биштә мин уның түбәһендә баҫып тора инем. Мин, Рөстәм Нәбиев, унда тик ҡулдар менән күтәрелдем”, - тип яҙған бейеклектән фотоһүрәттәр аҫтында блогер. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Омскиҙа Һауа десанты ғәскәрҙәре казармаһы емерелеү һөҙөмтәһендә Рөстәм Нәбиев аяҡһыҙ ҡалды. Был уға ғәҙәти йәшәү рәүеше алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә һәм хатта тауҙарҙы яуларға ҡамасауламай. 2020 йылда ул ҡулдарында Эльбрус тауына күтәрелә. 2021 йылда иһә Непалда Манаслы тауының түбәһенә ҡулы менән үрләгән донъялағы тәүге кеше булды. Нәбиев шулай уҡ Килиманджаро (5 895 метр) һәм Аконкагуа (6962 метр) түбәләрен яулаған. Фото: социаль селтәрҙәр.