Хәйерле шәмбе иртәһе менән! Балалар, моғайын, йоҡлайҙыр әле. Тиҙ генә ғаиләгеҙҙе тәмле һәм ябай ғына әҙерләнгән әсе ҡоймаҡ (оладьи) менән ҡыуандырырға була. Ул еңел әҙерләнә һәм ингредиенттар ҙа һәр өйҙә бар. Башланыҡ! 300 мл кефир (бүлмә температураһында булыуы мөһим) бер сәй ҡалағы сода бер аш ҡалағы шәкәр ҡомо бер стакан он Кефирға сода ҡушып бутарға. Шәкәр, бер семтем тоҙ һәм он ҡушып тағы берҙе ныҡ ҡына туғырға. Ҡыҙған табаға үҫемлек майы ҡойоғоҙ. Әҙер ҡамырҙы ҡалаҡлап һалып ике яҡлап та ҡыҙҙырып алабыҙ. Аҙаҡ ҡағыҙ таҫтамалға һалып, артыҡ майын һеңдерегеҙ. Тәмле ҡоймаҡ әҙер! Янына ҡаймаҡ, ҡайнатма ҡуйып рәхәтләнеп һыйланығыҙ! Фото: domikexpert.ru