Республикабыҙға исем биргән халыҡтың туған теле, кесе Ватаныбыҙҙағы ике дәүләт теленең береһе булған башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә бәйле төрлө яҡлы күләмле эш алып барылыуы тәбиғи хәл. Туған телебеҙгә арналған бик күп саралар үтеп тора, республика етәксеһе башланғысы менән 2019 йылдан алып Башҡорт теле көнө билдәләнә. Туған телгә ынтылыш ғаиләнән тыш тағы ҡайҙа ярала? Әлбиттә, балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә. Үҫеп килеүсе бәләкәй милләттәштәр башҡортса һөйләшә, аңлай белһен өсөн уларҙы ҡыҙыҡһындыра ла белергә кәрәк. Был осраҡта ҡоро теләк кенә етмәй, эргәңдә бер ниәт менән янған фекерҙәштәрең, ә ҡул аҫтында уйлағаныңды бойомға ашырыр сараларың да булыуы зарур. “Башҡорт телен өйрәнеүгә айырыуса балалар һәм йәштәр араһында ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн байтаҡ нәмә эшләнелә. Бында уҡытыуҙа яңы, заманса алымдар ҡулланыу, мәктәптәргә йәш уҡытыусылар килеүе, матбуғат сараларында сағыу пректтар, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға бирелгән гранттар ҙа инә”, – тип яҙғайны республика етәксеһе с
