Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Беҙҙең канал – тәүге урында

MediaHills рейтингының яңы мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы туғыҙ айҙа Башҡортостандың төп телеканалы төбәк телеканалдары рейтингында беренсе урынды биләй. Бындай мәғлүмәттәр Мәскәүҙә үткән Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһының халыҡ-ара конгресы барышында билдәле булған. Компанияның маркетинг тикшеренеүҙәре рейтингы телеканалдарҙың “һанлы" абоненттарының уртаса күрһәткесенән сығып иҫәпкә алына. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының был күрһәткесе 49% тәшкил итә һәм беренсе урында тора. Икенсе урында 44 процент күрһәткес менән Хабаровск өлкәһенең "Губерния" телеканалы, өсөнсөлә - Силәбенең “ОТР” каналы. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов билдәләүенсә, беҙҙең телеканал тәүге тапҡыр ғына рейтинг лидеры түгел. Мәҫәлән, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса, ул, Беренсе каналды уҙып, төбәк телерадиокомпаниялары араһында телевизор ҡарау өлөшө буйынса рейтингтың беренсе баҫҡысын биләгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бындай һөҙөмтәне "шаҡ ҡатырғыс" тип атаны һәм телеканал коллективына хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. “Артабан тағы ла тырышырға кәрәк һәм беҙ шулай эшләйбеҙ ҙә. MediaHills компанияһының яңы һандары дөрөҫ юлда булыуыбыҙҙы күрһәтә. Тәүге сиратта был тамашасыларыбыҙҙың Башҡортостан юлдаш телевидениеһын яратыуы һәм уға ышаныуы күрһәткесе. Беҙ иһә, үҙ сиратыбыҙҙа, даими ижади эҙләнеүҙә: яңы проекттар, программалар тәҡдим итәбеҙ, программа-ара биҙәлеште, телеканал стилен үҙгәрттек. Августа яңы программалар серияһы менән старт алдыҡ һәм көҙгөһөн уларға башҡа проекттар ҙа өҫтәләсәк. Беҙ һәр ваҡыт тамашасыбыҙға ҡыҙыҡлы булһын тип һәм уларҙың ышанысы өсөн тырышабыҙ”, - ти Рөстәм Зәрәфетдинов. Фото: bash.news