Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һеҙҙе һайлауға саҡырҙылармы?

Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә участка һайлау комиссиялары ағзалары 19 августан һайлаусыларға 2024 йылдың 6, 7 һәм 8 сентябрендә үтәсәк Башҡортостан Республикаһы Башлығын һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау тураһында адреслы мәғлүмәт биреү буйынса эш алып бара. Фатирҙар (өй) буйынса йөрөү барышында комиссия ағзалары һайлаусыларға тауыш биреү көндәре, ваҡыты һәм урыны тураһында хәбәр итә, өйҙә тауыш бирергә теләүселәрҙең исемлеген аныҡлай, “Мобиль һайлаусы” технологияһы хаҡында хәбәр итә, теркәлгән кандидаттар тураһында мәғлүмәт еткерә. Өй буйлап йөрөүселәр (обходсылар) үҙҙәре менән участка һайлау комиссияһы ағзаһы танытмаһын, шулай уҡ кәрәкле мәғлүмәт материалын йөрөтә. Һайлаусыларға Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына теркәлгән кандидаттар тураһында мәғлүмәт менән һайлауҙарға саҡырыуҙар, мәғлүмәт буклеттары тапшырыла. Фото: bashkortostan.izbirkom.ru.