Төбәк етәксеһе предприятие коллективын яңы техника алыуы менән ҡотланы һәм шулай уҡ Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. – Республикабыҙҙың транспорт инфраструктураһын яҡшыртыу буйынса эште дауам итәбеҙ. Был Өфө халҡына баш ҡаланың 450 йыллығы айҡанлы яҡшы бүләк буласаҡ. Шулай уҡ ошо 88 автобустың туғыҙы Нефтекамала эшләйәсәк тигән ҡарар ҡабул иттек, – тине Радий Хәбиров. “Өфө-Арена” майҙансығында төбәк етәксеһе автобустарҙың береһен ҡараны. Автобустар барыһы ла заманса уңайлыҡтар менән йыһазландырылған. Һуңынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башавтотранс” коллективы менән аралашты. Водителдәр үҙҙәренең эше һәм хеҙмәт шарттары тураһында һөйләне. Улар иҫәбендә – Өфө филиалында ете йыл водитель булып эшләгән күп балалы әсәй Әлиә Ғәҙелшина ла бар. Предприятиеның төп бурысы – Башҡортостан райондарында һәм ҡалаларында филиалдарҙың коллективтарын һаҡлау, тип билдәләне төбәк Башлығы. Бының өсөн хеҙмәткәрҙәргә яҡшы мөнәсәбәттә булыу, улар хаҡында хәстәрлек күрһәтеү, уңайлы хеҙмәт