Башҡортостанда һәм Татарстанда билдәле йырсы Гүзәл Уразова ябай булмаған эксперимент эшләп ҡарарға булған. Үҙенең блогында хәбәр итеүенсә, Мәскәүгә концерт менән барғанында ҡолаҡтарының ҡойолмаһын (слепок) эшләтергә ҡарар иткән. Уның һүҙҙәренсә, был индивидуаль наушниктарға заказ биреү өсөн кәрәк. Профессиональ яҡтан бындай аппараттың булыуы бик мөһим. Улар ярҙамында Гүзәл Уразова тауышты анығыраҡ ишетеп, йырҙарының яңғырашын тағы ла сифатлыраҡ итергә теләй. Йырсы әйтеүенсә, был процедура хатта ниндәйҙер кимәлдә шөрләтә. Шулай ҙа эксперимент уңышлы үткәндер тигән өмөттә ҡалабыҙ. Фото һәм сығанаҡ: “На земле Салавата”.