Республикабыҙ халҡы легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы билдәләне. Ошо уңайҙан “Башҡортостан” гәзите флешмоб ойошторғайны. Унда олоһо ла-кесеһе лә Шайморатов генерал тураһында үҙҙәренең белемен һәм һәләтен күрһәтте. Иң мөһиме - бер кем дә юғалып ҡалманы һәм батырыбыҙ менән ғорурланыуҙарын йәшермәне. Барыбыҙға ла мәғлүм: Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2020 йылдың 30 мартындағы Указы менән “1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн” Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң “Рәсәй Федерацияһы Геройы” тигән юғары исем бирелде. 2019 йылдың 19 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа Башҡортостандың Шайморатов орденын булдырыу тураһында һорау ҡаралды һәм уның статусы раҫланды. 2019 йылдың 28 июнендә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә Совет майҙанында легендар генерал М