Бер ваҡыт Аллаһы Тәғәләгә бер ҡатын килгән. Арҡаһындағы ауыр тоҡто саҡ-саҡ күтәреп тора икән үҙе.
- Арыныңмы, һылыу? - тип борсолоуын белдергән Аллаһ. - Тоғоңдо төшөрөп тор, бер аҙ ултырып ял ит.
- Рәхмәт, мин оҙаҡҡа түгел. Бер нәмә генә һорайым да кире йүгерәм. Мин юҡта өйҙә бер-бер хәл булһа — ғүмерҙә үҙемде ғәфү итә алмам.
- Үҙеңә нимәне ғәфү итә алмаҫһың һуң? - тип ҡыҙыҡһынған Аллаһ.
- Балам менән берәй бәлә була ҡалһа... Әле лә һиңә баламды Һаҡлай күр бер үк тип һорарға килеп ултырыуым.
- Мин былай ҙа бар эшем шул бит инде. Әллә берәй тапҡыр шикләнергә сәбәп бирҙемме?
- Юҡ та ул... Тормошта бит төрлө ҡурҡыныс хәлдәр, кире йоғонтолар, насар күренештәр күп. Ә баламдың шундай ваҡыты — бөтәһен дә үҙе күреп, татып, тотоп ҡарағыһы килә. Ә мин бәлә-ҡазаға юлыҡмаһын, ауыртынмаһын-һыҙланмаһын, кеше яуызлығына тарымаһын тип борсолам.
- Берҙе ауыҙы бешһә, икенсе тапҡыр өрөп ҡабырға яҡшы булыр ине. Ауыртыу нимә икәнен үҙ тиреһендә тойоп ҡарарға тейеш бала, - тигән Хоҙай. - Ниңә уның үҙ т