Найти тему
Башкортостан 24

Өфө уттары - 27.08.2024 "Рус әҙәби уҡыуҙар"ҙа – Башҡортостан ҡыҙҙары

   Өфө уттары - 27.08.2024 "Рус әҙәби уҡыуҙар"ҙа – Башҡортостан ҡыҙҙары
Өфө уттары - 27.08.2024 "Рус әҙәби уҡыуҙар"ҙа – Башҡортостан ҡыҙҙары

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.

14-се август Рәсәйҙең һоҡланғыс һәм сихри урындарының береһе — Байкал күлендә "Рус уҡыуҙары" исеме аҫтында әҙәби-патриотик сара уҙҙы. Бында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән бик күп ҡатнашыусылар булған. Башҡортостандан иһә ике вәкил сығыш яһай. Республикабыҙҙың аҫыл ҡыҙҙары – шағирә Зарина Бағышаева һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Дания Ғөбәйҙуллина ошо проекттың әһәмиәте, маҡсаттары тураһында һөйләштек.

Ижад кешеләре айырыуса хис-тойғоларға бай. Шағирҙар һәм яҙыусылар кисерештәрен ҡағыҙға төшөрә, китаптар яҙа, актерҙар һәм режиссерҙар яңы образдар тыуҙыра, рольдәр өҫтөндә эшләй, рәссамдар күргән-тойғандарынан буяу ярҙамында үтеп барған мәлде мәңгелләштерә, композиторҙар йырҙар ижад итә... Байкал күле... Был һүҙ шағирә Зарина Бағышаева һәм актриса Дания Ғөбәйҙуллина өсөн айырыуса ҙур мәғәнәгә эйә. Ошо тылсымлы ерҙән көс-ҡеүәт туплап ҡайтыу ғына түгел, ә күңелдәрен сафландырып, Аһәң менән әңгәмәләшеп, йөрәктәрендә йөрөткән һорауҙарға тәбиғәттән яуап алып һәм әлбиттә, ижад өсөн илһам алып ҡайта. Байкал күлендә үткән "Рус уҡыуҙары" әҙәби-патриотик проектта ҡатнашыуҙары хаҡында улар "Өфө уттары" тапшырыуында бүлеште.

27-се август, 20 сәкәт 10 минутта эфирҙа үткән программа яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».