АУЫЛ ТРЕНЕРЫ Йәшәйешебеҙҙең ниндәй генә тармағын алмайыҡ, ундағы уңыштарға нигеҙ һалыусылар, алға этәреүселәр бар. Уларҙы беҙ оло хөрмәт менән остаз тип йөрөтәбеҙ. Спорт өлкәһенә килгәндә, спортсыларҙың уңышы, нигеҙҙә, тренерҙарҙың эшмәкәрлегенә бәйле. “Республика райондарында спорт үҫешенә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Был бик мөһим. Тап унда бөйөк атлеттар тыуа”, – тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйыл үткәрелгән Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт үҫеше мәсьәләләре буйынса совет кәңәшмәһендә. Әйткәндәй, Рәсәйҙә Тренерҙар көнө лә булдырылған. Ул 30 октябрҙә билдәләнә. Был да үҙенә күрә ошо һөнәр эйәләренә иғтибарҙың артыуын күрһәтә. Уларҙың эшен тағы ҡеүәтләү өсөн республикала илдә тәүгеләрҙән булып “Ауыл тренеры” программаһы барлыҡҡа килде. Был проект республикала 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы ғәмәлгә инде. Республикабыҙ Рәсәйҙә ауыл ерендә эшләгән спорт тренерҙарына һәм остаздарына бындай ярҙам проектын уңышл