27 августа Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан тантаналы сарала ҡатнашты. Шайморатов ордены кавалерҙары клубы ағзалары ҡатнашлығында төбәк етәксеһе легендар комдив һәйкәленә сәскәләр һалды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2022 йылдың 11 октябрендә асылған скульптур композиция 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына һәм Тыуған ил өсөн башын һалған ватандаштарыбыҙға арналған. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә һәм Өфөнөң 450 йыллығына арналған III «Геройҙар ваҡыты» Бөтә Рәсәй патриотик йыр конкурсында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. – Бөгөн милли геройыбыҙ, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл. Тап ошо көндә беҙ өсөнсө тапҡыр патриотик йыр фестивален үткәрәбеҙ. Һәм уны Совет майҙанында ойоштороуыбыҙ дөрөҫ, сөнки бында 1942 йылдың февралендә Миңлеғәле Минһаж улына формалашыусы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби байрағын тапшырғандар. Тап
Өфөлә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 125 тулыуға арналған «Геройҙар ваҡыты» патриотик йыр конкурсы финалы үтте
28 августа 202428 авг 2024
2 мин