Һуғыш ҡатын-ҡыҙ затынан булмаһа ла махсус хәрби операцияла гүзәл заттар ҙа бик күп ҡатнаша. Сибай үҙәк дауаханаһы етәкселеге ярты йыл дауамында Луганск өлкәһендәге госпиталдә яу яланынан сығарылған яралыларҙы баҡҡан, улар рухи яҡтан терәк булырға тырышҡан ике шәфҡәт туташы— Вәсилә Ирмәк ҡыҙы Шаһыбалова менән Екатерина Владимировна Таһированы ҡаршы алды. Шәфҡәт туташтары ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Улар алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә генә түгел, унда йәшәүсе ябай халыҡҡа ла медицина ярҙамы күрһәткән. - Оҙаҡ уйлағандан һуң иптәш ҡыҙым менән махсус хәрби операцияға барырға ҡарар иттек һәм Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөнөк. Өс көн эсендә йыйындыҡ та сығып киттек, - тип һөйләй Вәсилә Ирмәк ҡыҙы. – Оҙаҡ йылдар бала табыу йортонда эшләнем. Сабыйҙар донъяға килгән урында эшләү менән госпиталдә яралыларҙы бағыу эше ныҡ айырыла. Операция шәфҡәт туташы булараҡ, эшем еңелдән түгел. Госпиталдә яралыларҙы бәйләү кабинетында ла эшләнем. Башта ныҡ ҡыйын булды, барыһын да ташлап ҡайтып китке