27 августа Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы тантаналы сарала ҡатнашты. Шайморатов ордены кавалерҙары клубы ағзалары ҡатнашлығында төбәк етәксеһе легендар комдив һәйкәленә сәскә һалды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың 11 октябрендә асылған скульптура композицияһы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә һәм тыуған ил өсөн ғүмерен биргән ватандаштарыбыҙға арналған. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ М. Шайморатов иҫтәлегенә һәм Өфөнөң 450 йыллығына арналған III Бөтә Рәсәй “Геройҙар ваҡыты“ патриотик йыр конкурсында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. – Бөгөн милли геройыбыҙ – генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына - 125 йыл. Тап ошо көндә беҙ өсөнсө тапҡыр патриотик йыр фестивален үткәрәбеҙ. Быны Совет майҙанында ойоштороуыбыҙ дөрөҫ тә, сөнки тап ошонда 1942 йылдың февралендә Миңлеғәле Минһаж улына 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби байрағын тапшыралар. Тап ошо урындан егеттәребеҙ, хеҙмәт бурысын үтәү өсөн, махсус хәрби операцияға юллана, – тип билдәләне Радий Хәбиров. “Геройҙар ваҡыты“ конкурсында бөтә илдән композиторҙар һәм шағир-йырсылар ҡатнашты. Быйыл конкурсҡа Рәсәйҙең 36 төбәгенән 300-ҙән ашыу ғариза килгән. Жюри составын Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ольга Кормухина етәкләне. Ул шулай уҡ концерт программаһы менән сығыш яһаны һәм Башҡортостанға ҡунаҡсыллығы өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров III Бөтә Рәсәй “Геройҙар ваҡыты“ патриотик йырҙар асыҡ конкурсы еңеүселәренә наградалар тапшырҙы. Фото: glavarb.ru