Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Госпиталдәге һалдаттарға мендәр тегәләр

Ишембай районының Ҡолғона ауылы биләмәһендә махсус хәрби операциялағы һалдаттар тураһында даими хәстәрлек күрелә. Барлыҡ халыҡтың берҙәм күтәрелеп ярҙам итеүе арҡаһында эш ырай, ти улар. Маскировка селтәрҙәрен генә ҡолғоналар 20-нән ашыуҙы үргән. Был эш ауылдың мәҙәниәт үҙәгендә ойошторолған. Китапханасы Фәнилә Яхина, яугир ҡатыны Гөлфиә Ғөбәйҙуллина дөрөҫ итеп үрергә тәүҙә үҙҙәре өйрәнеп ҡайта, һуңынан уның нескәлектәрен ауылдаштарына ла күрһәтә. - Күмәкләп башҡарабыҙ. Мәҙәниәт, китапхана хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр, ауылдың әүҙем кешеләре береһе лә был эштән ситтә ҡалмай. Ауыл хакимиәте башлығы Лилиә Фәтеева үҙе лә был эштәрҙең уртаһында ҡайнай, селтәрен дә үрә, мендәрен дә эшләй. Ҡолғоналар ғына түгел, күршеләге Яңы Һәйет, Иҫке Һәйет,Ҡалыу Айыры ауылдары халҡы ла бик әүҙем. Аҡса йыйғанда ла дәррәү ҡушылалар, - тип һөйләне үҙенең дә улы махсус хәрби операцияла йөрөгән әсәй, Ҡолғона мәҙәниәт үҙәге етәксеһе Гөлсинә Ғөбәйҙуллина. Һалдаттарға ниндәй ярҙам кәрәк барыһын да эшләргә тырышал

Ишембай районының Ҡолғона ауылы биләмәһендә махсус хәрби операциялағы һалдаттар тураһында даими хәстәрлек күрелә. Барлыҡ халыҡтың берҙәм күтәрелеп ярҙам итеүе арҡаһында эш ырай, ти улар. Маскировка селтәрҙәрен генә ҡолғоналар 20-нән ашыуҙы үргән. Был эш ауылдың мәҙәниәт үҙәгендә ойошторолған. Китапханасы Фәнилә Яхина, яугир ҡатыны Гөлфиә Ғөбәйҙуллина дөрөҫ итеп үрергә тәүҙә үҙҙәре өйрәнеп ҡайта, һуңынан уның нескәлектәрен ауылдаштарына ла күрһәтә. - Күмәкләп башҡарабыҙ. Мәҙәниәт, китапхана хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр, ауылдың әүҙем кешеләре береһе лә был эштән ситтә ҡалмай. Ауыл хакимиәте башлығы Лилиә Фәтеева үҙе лә был эштәрҙең уртаһында ҡайнай, селтәрен дә үрә, мендәрен дә эшләй. Ҡолғоналар ғына түгел, күршеләге Яңы Һәйет, Иҫке Һәйет,Ҡалыу Айыры ауылдары халҡы ла бик әүҙем. Аҡса йыйғанда ла дәррәү ҡушылалар, - тип һөйләне үҙенең дә улы махсус хәрби операцияла йөрөгән әсәй, Ҡолғона мәҙәниәт үҙәге етәксеһе Гөлсинә Ғөбәйҙуллина. Һалдаттарға ниндәй ярҙам кәрәк барыһын да эшләргә тырышалар. Окоп шәмдәрен дә яһағандар. Әле госпиталдәр өсөн мендәрҙәр тегеүгә тотонғандар. Кемдер өйҙәрендә тегеп килтереп эште еңеләйтә. Тәүге партия менән 40 мендәр, икенсе тапҡыр 120 мендәр оҙатҡандар. Бөгөн дә был йүнәлештә эш туҡталмай. Ошо көндәрҙә “Беҙ бергә!” тигән акцияға ҡушылып, Ҡолғона мәҙәниәт үҙәгендә “Йәшә, ауыл!” тигән күркәм сара уҙғарғандар. Унда йәрминкә лә бик йәнле барған. Кешеләр бәрәңге, ҡыяр, ҡабаҡ, һөт ризыҡтары, башҡа нәмәләр һатып, аҡсаларын махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр алыуға йүнәлткән. Был изге акцияға халыҡ, төрлө учреждение хеҙмәткәрҙәре дәррәү ҡушылған. Ошо уҡ көндө Ҡолғона клубы, китапхана хеҙмәткәрҙәре күрше ауылдарҙан килгән ҡунаҡтарға мендәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәткән. Яугирҙәргә ярҙам ойоштороу сараларының уртаһында ҡайнап йөрөгән яугир ҡатыны Гөлфиә Ғөбәйҙуллина менән дә әңгәмәләшеү форсаты тейҙе. Тормош иптәшенең махсус хәрби операцияла ҡатнашыуы ла унда халыҡты туплап ярҙам ойоштороу ниәтен көсәйткәндер. – Ауыл халҡы ярҙам итмәһә, шул тиклем ҙур эште башҡарып сыға алмаҫ инек. Күмәкләшеп, бергәләшеп эшләйбеҙ. Шуға ла барыһына ла ҙур рәхмәт. Һалдаттарыбыҙға иҫән-имен ғаиләләренә, балалары янына ҡайтырға яҙһын, – тине ул. Ҡолғонала бөгөн дә эш тынмай. Маскировка селтәре үреү, мендәрҙәр, окоп шәмдәре яһау дауам итә. Әле яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн дрон алып бирергә тигән маҡсаттары ла бар. – Халыҡҡа рәхмәтем шул тиклем ҙур. Һуғыш бөтһөн өсөн, изге теләктәрен теләп доғаларын уҡып эш башлайҙар. Теләк бер – тиҙерәк донъялар тынысланһын, һалдаттарыбыҙ иҫән-һау ҡайтһын, ата-әсәйҙәрҙең күҙ йәштәре түгелмәһен, – тине яугир әсәһе Гөлсинә апай. Фото: мәҙәниәт үҙәге архивынан.