Уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса IХ Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостандан ете проект ҡатнашҡайны, шуларҙың бишәүһе еңеүсе тип танылды. Бына улар еңеү яулаған проекттар: “Новаторҙар бульвары” - Бәләбәй ҡалаһы. Проект биләмәне тулыһынса үҙгәртеп ҡороуҙы тәҡдим итә, был иһә бульварҙы һәм майҙанды кеше тормошона һәм үҫешенә, ҡаланың сәнғәт тарихына ярашлы үҙгәртә ала. “Нефтекама: заман күсәре” - Нефтекама ҡалаһы. Проекттың концепцияһы Ленин урамындағы аллеяны “заман күсәре” итеп интерпретациялауға ҡайтып ҡала. “Салауат: өн аралаш ете төш” - Салауат ҡалаһы. Проект ҡаланың үҙәк йәмәғәт биләмәләрен берләштереүгә йүнәлтелгән. “Урал батыр юлы” - Учалы ҡалаһы. Паркта ваҡиғалар зонаһы яңыртыласаҡ, спорт майҙаны өҫтәләсәк һәм балалар уйнаған урындар тулыһынса яңыртыласаҡ. “Йәкшәмбе рәттәре” - Благовещен ҡалаһы. Проект уңайлы һәм заманса урам булдырыуға йүнәлтелгән. 2019 йылдан алып үткәрелә башлаған был конкурста еңгән проекттар һаны буйынса Башҡортостан Мәскәү ҡалаһынан һәм Татарстандан ҡала