Вуз-ара кампус – ӨДНТУ резиденты ғалимдары аҙыҡ-түлек спирты етештереү предприятиеларында парник газдары сығарыуҙы кәметеү ысулын тәҡдим итте. – Ғалимдарыбыҙ тәҡдим иткән ҡарар һыуҙы парға әйләндереү өсөн ҡулланылған энергия ресурстарын экономияларға ярҙам итәсәк. Был, үҙ сиратында, парник газдары сығарыуҙы кәметәсәк. Ошо эш буйынса патентты теркәүгә ғариза бирелгән, киләһе аҙым – методиканы производствола һынау, – тине ӨДНТУ ректоры Олег Баулин. Әлегә лаборатория шарттарында үткәрелгән һынауҙар ыңғай эффект биргән дә инде. Тикшеренеү Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының “Приоритет-2030” программаһы сиктәрендә үткәрелә (“Фән һәм университеттар” милли проекты). Фото: pravitelstvorb.ru
Вуз-ара кампус ғалимдары спирт етештереүҙе декарбонизациялауҙы тәҡдим итте
27 августа 202427 авг 2024
~1 мин