Сара Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналды. Төбәк етәксеһе орден кавалерҙарының ил һәм республика үҫешенә, йәмғиәтте нығытыуға индергән ҙур өлөшөн билдәләне, шулай уҡ республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республика Башлығы билдәләүенсә, Совет составына республиканың абруйлы кешеләре – Бөйөк Ватан һуғышы һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ингән: – Улар араһында Рәсәй Геройы, гвардия майоры Борис Александрович Дудко, Александр Доставалов исемендәге Башҡорт мотоуҡсылар батальонының рота командиры Ринат Уразбай улы Ҡолтоманов, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең рухи остаздары отец Виктор һәм имам Хәмзә хәҙрәт бар. Профессиональ бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Шайморатов ордены менән бүләкләнгән табиптар ҙа, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, алғы һыҙыҡтағы ваҡиғаларҙы яҡтыртҡан хәрби журналистар ҙа, Совет рәйесе – республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары, МХО ҡатнашыусыһы Азат Шамил улы Бадранов та бар. *** Ултырыш башында Совет ағзалары республикала тыуып үҫкән, Тыуған илебеҙ өсөн ғүмерен биргән Шайморатов ордены кавалерҙарын бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды. Әңгәмә ваҡытында сарала ҡатнашыусылар Клуб эшмәкәрлегенең пландарын билдәләне. – Төп бурыс – тарихи хәтерҙе һаҡлауға булышлыҡ итеү, йәштәргә хәрби батырлыҡ эстафетаһын тапшырыу, балаларҙа яуаплылыҡ, патриотизм, Тыуған ил алдындағы гражданлыҡ бурысы тойғоһо тәрбиәләү, Ватан сиктәрен һаҡлаған һәм әлеге көндә МХО-ла булған яҡташтарыбыҙ хаҡында һөйләү, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Шулай уҡ төп миссия – МХО ҡатнашыусыларына, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Генерал Шайморатов ордены кавалерҙары клубы Советы рәйесе Азат Бадранов юғары награда кавалерҙары республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашасағына ышаныс белдерҙе. Шулай уҡ төбәктә 149 төрлө ветеран ойошмаһы эшләүе тураһында һөйләне. – Беҙҙең төп бурысыбыҙ – тарихи хәтерҙе һаҡлауҙа ҡатнашыу һәм Рәсәй тарихын фальсификациялауға ҡаршы тороу. Беҙ бөтә мөһим республика сараларында ҡатнашырға ниәтләйбеҙ. Ә клуб ағзаларының тәжрибәһе йәштәрҙе әхлаҡи һәм патриотик тәрбиәләүгә булышлыҡ итәсәк. Һәм, әлбиттә, беҙҙең клуб махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙә ҡеүәтле ярҙам буласаҡ, – тине Азат Бадранов. *** Генерал Шайморатов ордены кавалерҙары шулай уҡ республикала Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының төбәк бүлексәһен булдырыу тәҡдиме менән сыҡты. Башҡортостан Башлығы был башланғысты хупланы. *** Башҡортостан Башлығының патриотик тәрбиә буйынса кәңәшсеһе Валентин Солодовник йәштәр менән эшләүгә туҡталды. Ул, атап әйткәндә, төбәк етәксеһе башланғысы менән ойошторолған “Шайморатов” кластарында белем алған уҡыусыларҙы әҙерләү тураһында һөйләне.Республикала бөтәһе 189 ошондай профилле класс ойошторолған, уларҙа дүрт меңгә яҡын кеше шөғөлләнә. 2024 йылдың сентябрендә тағы ла 69 “Шайморатов” класын асыу планлаштырыла. Улар 1,4 мең уҡыусыны ҡабул итәсәк.***Ватан яугирҙәре ғаиләләренең төбәк комитеты етәксеһе Эльвира Мацкевич генерал Шайморатов ордены кавалерҙары Клубы ағзаларының предприятиеларҙың хеҙмәт коллективтары менән осрашыуҙарын үткәрергә тәҡдим итте. Был өлкәндәр менән патриотик эш алып барыу өсөн кәрәк, тине ул.Республика Башлығы идеяны хупланы һәм ултырышҡа “Башҡортостанда оҙон ғүмер” Республика иң яҡшы тәжрибәләр фестиваленән килеүе хаҡында һөйләне.***“Башҡортостандың ышаныслы тылы” хәйриә фондының Попечителлек советы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Артур Ғәлиев Рәсәй Мотоуҡсылар ғәскәрҙәре көнөн байрам итеү башланғысы менән сығыш яһаны. Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлыҡтары тураһында хәтер китабын баҫтырырға тәҡдим итте. Ул шулай уҡ мәктәптәргә башланғыс хәрби әҙерлекте ҡайтарыу кәрәк, тип билдәләне.– Махсус хәрби операция тамамланғас, республикала Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлегенә бер нисә мөһим проект тормошҡа ашырыласаҡ. Мәҫәлән, Өфөлә Спорт һарайы алдындағы майҙанда яугирҙәребеҙ хөрмәтенә мемориал ҡуйылыр тип көтөлә. Республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында Дан аллеялары барлыҡҡа киләсәк, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Башланғыс хәрби әҙерлеккә килгәндә, төп бурысыбыҙ – бөтә юғары класс уҡыусылары өсөн “Патриот” паркында биш көнлөк күнекмәләр үткәреү. Беҙ уларҙың юғары һөҙөмтәлелеген күрәбеҙ, шуға күрә парк филиалдарын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Быйыл филиал Стәрлебаш районында, ә киләсәктә Ҡыйғы һәм Баймаҡ райондарында эшләй башлаясаҡ.***Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров Клуб ағзаларына генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең бәлиғ булмаған балаларын шефлыҡҡа алырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы. ***Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең рухи остазы имам Хәмзә хәҙрәт тиҙҙән яңы уҡыу йылы башланасағын тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө. Шайморатов ордены кавалерҙарының һәр береһе беренсе класҡа МХО-ла ҡатнашҡандарҙың балаларын оҙата алһын ине тигән теләк белдерҙе.– Мин республика Хөкүмәте ағзаларына ошондай йөкләмә бирҙем дә, был йолаға әүерелергә тейеш, – тип һүҙен йомғаҡланы төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. Фото: glavarb.ru
МХО ветерандары ассоциацияһының төбәк бүлексәһен булдырырға тәҡдим иттеләр
27 августа 202427 авг 2024
4 мин