Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, мессенджерҙарҙың береһендә зыян күреүсегә кадрҙар бүлеге директоры урынбаҫарынан хәбәр килгән. Унда документтар менән проблемалар килеп тыуыуын һәм уларҙы хәл итер өсөн тиҙҙән бәйләнешкә сығырға кәрәклеген иҫкәрткәндәр. Күп тә үтмәй, Өфөлә йәшәүсегә йәнәһе лә хоҡуҡ һаҡлау органдары “хеҙмәткәре” шылтырата. Ул, банк хеҙмәткәрҙәре әлеге ваҡытта аҡсаны законһыҙ күсереүгә юл ҡуймаҫ өсөн, ялған документтар буйынса кредиттар рәсмиләштереүҙәрен аңлата. Шулай уҡ енәйәтсе зыян күреүсенең паспортының фотоһын ебәрә: унда ҡултамға ла, фото ла булмай. Артабан уға тикшереү үткәреү һәм кредит тураһында документтар ебәрелә. Мутлашыусылар ошо хәлдән сығыу юлын да тәҡдим итә: кредитты ҡаплау өсөн яңыһын рәсмиләштереү кәрәк, тип аңлата. Зыян күрерүсе әйткәндең барыһын да үтәй һәм күрһәтелгән иҫәптәргә 1,6 миллион һумдан ашыу аҡса күсерә. Артабан мутлашыусы, зыян күреүсенең кредит тарихын тикшергәс, кире шылтыратырмын тип ышандыра. Киләһе көндә улар ысынлап та бәйләнешкә сыға.