Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡаҙағстандан студенттар делегацияһы килде

Унда Марат Оспанов исемендәге Көнбайыш-Ҡаҙағстан медицина университеты студенттары ҡатнаша. Beyond The Science фәнни мәктәбе Рәсәй һәм сит ил медицина вуздары студенттары араһында фекер алышыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булып тора. Ҡаҙағстан студенттары делегацияһы университеттың алдынғы ғалимдарының лекцияларында һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашасаҡ. Мәктәптә ҡатнашыусылар өсөн Робот хирургияһы үҙәге базаһында һәм Фундаменталь медицина институты лабораторияһында, Урология һәм клиник онкология институтында түңәрәк өҫтәлдәр һәм күсмә саралар ойошторола. Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы лабораторияларында тормошҡа ашырылған тикшеренеүҙәр сит ил партнерҙары менән хеҙмәттәшлек варианттарын тикшереү буйынса ҙур мөмкинлектәр бирә. Фото: pravitelstvorb.ru