Бөгөн, 27 августа, “Өфө-Арена“ спорт комплексы янындағы майҙанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика медицина ойошмаларының баш табиптарына 135 яңы Lada Granta автомобилдәре асҡыстарын тапшырҙы. – Бөгөн һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһы сиктәрендә медицина учреждениеларына яңы автомобилдәр тапшырабыҙ. Был автомобилдәр, медицинаны һәр кемгә мөмкин тиклем яҡынайтыуға булышып, беҙҙең халыҡҡа хеҙмәт итәсәк. Поликлиникаға йәки дауаханаға үҙ аллы барып етеүе ауыр булғандарға ярҙам итеү өсөн, терапевтар һәм педиатрҙар пациенттарының өйҙәренә килә алһын өсөн. Был мөһим эш, һәм беҙ уны дауам итәбеҙ – йыл аҙағына тиклем тағы ла 70 машина көтөлә, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Барығыҙҙы ла ошо ваҡиға менән ҡотлайым һәм уңыштар теләйем. Беҙҙең медицина технологик яҡтан тағы ла үҫешкәнерәк, һәм, иң мөһиме, кешеләргә мөмкин тиклем яҡыныраҡ булһын. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров автомобилдәрҙең мөмкинлектәре менән танышты. Машиналар ауыл ерендә, ҡасабаларҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа йәшәгән аҙ хәрәкәтсән пациенттарҙы поликлиникаларға һәм дауаханаларға алып барыу өсөн тәғәйенләнгән. Улар уңайлы булыуҙары менән айырылып тора, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Яңы автомобилдәр “Һаулыҡ һаҡлау“ милли проектының беренсел звеноһын модернизациялау программаһы сиктәрендә тапшырыла. Был маҡсатта 162,5 миллион һум йүнәлтелгән, шуларҙың 134 миллионы – федераль бюджеттан. 2021 йылдан 2023 йылға тиклем Башҡортостандың медицина учреждениелары 352 автотранспорт алған. 2024 йылда барлығы – 206, ә 2025 йылда 99 еңел машина һатып алыу планлаштырыла. Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика медицина учреждениеларының автопаркын яңыртыуҙың әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Быйыл 206 автомобиль тапшырабыҙ, улар ҡайһы берҙә егермешәр йыл файҙаланылған иҫкергән техниканы алмаштыра. Был медицина үҫешенә етди этәргес булып тора – ошо йылдар дауамында автопаркты яңыртыу буйынса планлы эш алып барабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Яңы машиналар табиптарға пациенттарға, айырыуса барып етеүе ауыр булған райондарҙа йәшәүселәргә, тиҙ арала барып етергә, анализдарҙы алып барып еткерергә һәм кешеләрҙе дауалау учреждениеларына алып барырға мөмкинлек бирәсәк. Тап ошоно беҙ медицинаны кешеләргә яҡынайтыу тип атайбыҙ ҙа инде. Фото: glavarb.ru