- Минең дә алыҫ бала сағымдағы ауылыбыҙҙағы бер инәй иҫемә төштө. Дөрөҫөрәге, ул бер ҡасан да башымдан сыҡҡаны юҡ. Ауыл ситендәрәк йәшәгән инәйҙән барыһы ла ситләште, әммә кешеләр үҙҙәре йә балалары ауырыһа, уға йүгерер ине. Әбейҙән ҡурҡыр өсөн сәбәп тә булды. Ул кешеләрҙең үлемен һиҙә ине. Юҡ, бер кемгә лә “һин үләсәкһең” тип әйтеп йөрөмәне, тик кемдер үлеү менән, бер нисә минуттан ул килеп инә торғайны. Һиҙемләүе булдымы, башҡа нәмәме, әммә инәйҙең урам буйлап китеп барғанын күреү менән, халыҡ тәҙрәгә ябырылыр ине. Кемдең өйөнә инә – тимәк, шунда үлем бар. Ә былай әбей тик үләндәр йыйырға, урманға ғына йөрөнө. Хәҙер ҙә уңайһыҙланып китәм: сир йыҡҡанда килеп ялбарһалар ҙа, башҡа ваҡытта уны саҡырыусы, ҡунаҡ итеүсе булманы. Бер көн ҡыҙҙар менән ауыл осона уйнарға киттек. Бер урында ямғырҙан һуң батҡаҡ ята ине. Шуны һикереп сыҡҡанда, мин уның ҡап уртаһына барып төштөм. Тауыҡ кисерлек ҡойонан сыға алмай аҙапланып, бысраҡҡа буялып бөттөм. Ҡыҙҙар миңә ҡарап рәхәтләнеп көлә. Ә мин тын ала а