Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәрен ҡауниәтте белеүгә тикшергәндәр. Был дәүләт хеҙмәтендә эшләгәндәргә белемен нығытырға ярҙам иткән сара булып тора. - Республиканың дәүләт органдарында коррупцияға ҡаршы эш мәсьәләләре - Башҡортостан Башлығының айырым иғтибарында. Шуға министрлыҡҡа был йәһәттән дәғүәләр булмаһын өсөн тәү сиратта белемде арттырырға кәрәк. Тест иһә хеҙмәткәрҙәрҙең белеме юғары кимәлдә икәнен күрһәтте, – тип билдәләне Башҡотростандың урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Садыҡов. Тестҡа йәмғеһе 40-тан ашыу һорау тупланған. Уларҙың дөйөм йүнәлештәгеләре лә, коррупцияға ҡаршы закондар сығарыуға бәйлеләре лә бар. Министрлыҡ хеҙмәткәрҙәренең белем кимәлен 88 процент тип билдәләгән тикшереү. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәте һәм фотоһы.