Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Республика юлдарында йәнә үлемесле авария

Бөгөн төндә Өфө – Ырымбур трассаһында ҡот осҡос авария теркәлгән. Был турала республиканың дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итә. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, урында “ГАЗель” менән “МAN” йөк машинаһы бәрелешкән. Тәүге транспорттың руле артында Стәрлетамаҡ районынан 50, ә икенсеһендә 57 йәшлек водитель булған. Авария һөҙөмтәһендә “ГАЗель” янып киткән. Билдәле булыуынса, фураның водителе ваҡиға урынында һәләк булған, ә икенсе автомобилдең водителе һәм 38 йәшлек пассажиры төрлө кимәлдәге бешеүҙәр менән дауаханаға оҙатылған. Хөрмәтле водителдәр! Юлға сыҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәгеҙ! Арыһағыҙ, мотлаҡ рәүештә туҡтап ял итеп алығыҙ! Шуны онотмағыҙ: һеҙҙе өйҙә көтәләр! Фото: БР буйынса ГАИ.