Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Комиссияһыҙ түләйем тиһәң...

Әгәр һеҙ күп фатирлы йортта йәшәйһегеҙ икән, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә һәм дөйөм йорт милке тураһында хәстәрлек күрергә тейешһегеҙ. Коммуналь хеҙмәттәр һыу биреү, һыу бүлеү, йылытыу, электр һәм газ менән тәьмин итеүҙе үҙ эсенә ала. Йортто ҡарау – ағымдағы ремонт, йыйыштырыу, лифттарҙы хеҙмәтләндереү, сүп-сар сығарыу, авария-диспетчер хеҙмәтенең эше өсөн даими түләү. Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексына ярашлы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ квитанцияларын иҫәп-хисап осоронан һуң килгән һәр айҙың 10-ына тиклем түләргә кәрәк. Мәҫәлән, июль өсөн квитанцияны – 10 авгусҡа, август өсөн 10 сентябргә тиклем түләргә кәрәк. Кредит ойошмаларының һәм сервистарҙың күпселеге торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү өсөн комиссия ала. Комиссия күләме айлыҡ түләүҙең ике процентынан артмай. Әммә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләгәндә экономияларға һәм комиссияһыҙ түләргә мөмкинлек биргән алымдар бар. Иң ябай һәм уңайлы ысул – “Дәүләт хеҙмәттәре.Йорт” мобиль ҡушымтаһы. Был Дәүләт хеҙмәттәре ғаиләһенең ҡушымтаһы, ул торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы һәр төрлө мәсьәләләрҙе бер урында хәл итергә ярҙам итә. Сентябрҙә мобиль ҡушымта Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә эшләй башланы, ә бөгөн 5 миллиондан ашыу рәсәйле уның менән файҙалана. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе комиссияһыҙ (СБП аша) түләүҙән тыш, милекселәр сервис ярҙамында түбәндәгеләрҙе тормошҡа ашыра ала: - иҫәпләгестәрҙең күрһәтмәләрен тапшырырға; - дөйөм йорт йыйылышында онлайн ҡатнашырға; - идара итеүсе ойошмаларҙың капиталь ремонт буйынса эш графигы һәм отчеттары менән танышырға; - коммуналь ресурстарҙы планға ярашлы өҙөү тураһында белдереү ҡағыҙҙары алырға. Ҡушымтала айырым теркәлеү талап ителмәй – инеү Дәүләт хеҙмәттәрендә раҫланған иҫәп яҙмаһы аша башҡарыла. Күсемһеҙ милек, иҫәп приборҙары һәм иҫәптәр тураһындағы мәғлүмәттәр автоматик рәүештә тултырыласаҡ. Ҡушымта торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы “ГИС ЖКХ”) базаһында булдырылған. Уны iOS һәм Android мобиль операция системалары өсөн ҡушымталарҙың бөтә популяр магазиндарынан да күсереп алырға мөмкин.