Улар уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшы проект тип табылды. Әйткәндәй, ошо исемлектә Мәләүез ҡалаһынан да йәмәғәт биләмәһе бар. Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин тантаналы рәүештә яңы йәмәғәт биләмәләрен асты. 2022 йылда Мәләүез VII Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттары конкурсында “Мәләүездең сәскә атҡан яры” проекты менән еңеүсе тип табыла. Объектты төҙөкләндереү 2023 йылдың майында башлана. Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә проектты тормошҡа ашырыуға сығымдар 154,5 миллион һум тәшкил итә, шуларҙың 100 миллионы – федераль аҡса. Мәләүездә яңы йәмәғәт киңлеген асыу тантанаһында БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Арыҫланбәк Хәйҙәров та ҡатнашты. – Мәләүез икенсе тапҡыр конкурста еңеү яулай, шуның өсөн дә ҡала яңы төҙөкләндерелгән урынлы булды. Был Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Хөкүмәте ярҙамы менән тормошҡа ашырылды, – тине ул. Фото: house.bashkortostan.ru