Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан менән Донбассты берләштерә

“Салауат вариҫтары сигенә белмәй!” - Генерал Шайморатовтың әйткән һүҙҙәре бөгөн дә көнүҙәк. Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында легендар комдив һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тормошо тураһында программалар, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең ҡаһарманлыҡтарын дауам итеүселәр менән МХО биләмәһенән интервью, Донбасс тураһында сюжеттар, контрактсылар һәм махсус операция ветерандары менән әңгәмәләр күрһәтеләсәк, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә төбәк һәм федераль түләүҙәр тураһында мәғлүмәт биреләсәк. Телемарафон барышында республиканың хәрби комиссариаты, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды, Башҡортостандың ситуация үҙәге, предприятие һәм ойошма етәкселәре менән тура бәйләнеш планлаштырыла. Башҡортостанда контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр 1 миллион 205 мең һумға тиклем артты. Телемарафонда шулай уҡ контрактсыларға тейешле яңы льготалар, түләүҙәр тураһында мәғлүмәт бирелә. Ысын ир-егеттәр эше, беҙҙең заман геройҙары тураһында һөйләүгә айырыуса иғтибар бүленер, тип көтөлә. БЮТ телеканалы өсөн МХО темаһы өҫтөнлөклө булып ҡала. Бөгөн ике телевизион төркөм алғы һыҙыҡта эшләй. Каналда яңы “Ватанды һаҡлаусылар” программаһы барлыҡҡа килде. ”Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”, “Әсәй”, “Һалдаттарға хаттар”, “Геройҙар дәүере” телепроекттары тамашасыларҙың күңеленә ятты. Күренекле композитор Заһир Исмәғилевтың билдәле шағир Ҡадир Даяндың шиғырына ижад иткән “Шайморатов генерал” йыры күптән инде халыҡ йырына әйләнгән. Беренсе фонограмма Ғабдрахман Хәбибуллин башҡарыуында 1942 йылда яҙып алына. Телемарафон барышында ошо йыр төрлө йылдарҙағы йырсылар башҡарыуында яңғыраясаҡ. Фото: Башинформ.